Һәр бала яҡты киләсәккә хоҡуҡлы28.11.2015
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов, республикала эш сәфәре менән булып, мөһим сараларҙа ҡатнашты.

Ведомство етәксеһенең Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында бөгөнгө белем биреү тармағын­да­ғы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы. Һөйләшеүҙә то­тош мәғариф тармағының эш сифатын күтәреү юлдары тикшерелде. Был йәһәттән етәкселәр тәү сиратта Берҙәм дәү­ләт имтиханына туҡталды. Сергей Кравцов белдереүенсә, дәүләт һынауы буйынса Башҡортостандағы эшмәкәрлек маҡтауға лайыҡ.
– Республикала ике йыл рәттән имтихан юғары кимәлдә үтә. Был төбәктә һынауҙы ойоштороу, аңлатыу эштәренең яҡшы алып барылыуы хаҡында һөйләй, – тине ул.
Ошо уҡ сара барышында Кушнаренко районынан Александра Братановаға Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. Мәғлүм булыуынса, ҡыҙ 2009 йылда өйҙә башланған янғында дүрт туғанын ҡотҡарып, бөтөн илгә танылды, ҙур ҡаһарманлығы “Ололау” (“Преклонение”) халыҡ-ара премияһы менән билдәләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта барлыҡ милкен юғалтҡан ғаилә ошоғаса бер ниндәй документһыҙ көн күргән.
Сергей Кравцов ошо хаҡта гәзит аша хәбәрҙар булып, ярҙам ойошторған. Һөҙөмтәлә Братановтарҙың барыһы ла документ алған. “Һәр баланың һөнәр һайларға, киләсәк тормошон ҡорорға тулы хоҡуғы бар”, – тине ведомство етәксеһе. Хәҙер Александра күптәнге хыялына ярашлы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый аласаҡ.
Сергей Кравцов ҡатнашлығындағы саралар икенсе көндә лә дауам итте. Волга буйы федераль округындағы барлыҡ мә­ға­риф министрҙары менән берлектә уҙғарылған ҙур кәңәшмәлә Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле мәсьәләләр йәнә көн үҙәгендә булды. Сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов беҙҙә дәүләт һынауын ойоштороу, үткәреү, өлгәшелгән һөҙөмтә тураһында сығыш яһаны.
– Ҡуйылған талаптарҙың нигеҙе – имтихандың асыҡлығын тәьмин итеү, – тине төбәк етәксеһе. – Һуңғы өс-дүрт йылда тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәү осраҡтарына ҡаршы ҙур көрәш алып барылды. Һөҙөмтәлә мәсьәлә яйға һалынды тип әйтергә мөмкин: Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес кимәленә еттек.




Вернуться назад