Дауыллы ауылының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөләндәм Халиҡовнаның иртәгә тыуған көнө ине, Өфөлә йәшәгән ҡыҙынан хат килеп төштө. Ҡатын хатты ашығып асты, Ләйсәне ҡотлап открытка-фәлән ебәргәндер, тип уйланы. Әммә конвертты асҡан ыңғайы хат араһынан открытка түгел, бына ғәжәп, йәлп итеп бер квитанция килеп төштө. Бәй, әллә “Башҡортостан” гәзитенеке инде? Ул хатты алып уҡый башланы. “Әсәкәйем, тыуған көнөң ҡотло булһын! Иҫеңдәме, былтыр һинең һүрәтең менән мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, “Башҡортостан”ды өй беренсә йөрөп эҙләнегеҙ, таба алманығыҙ. Быйыл да былтырғы хәл ҡабатланмаһын тип, кәрәк баҫманы үҙем яҙҙырып, һеҙгә һалырға булдым. “Башҡортостан” – шәп гәзит ул, алдырығыҙ, уҡығыҙ. Тормоштан артта ҡалмағыҙ”, – тигән ҡыҙы.
– Ҡайһылай йәтеш булды әле, Ләйсәнемдең башы эшләй шул ул. Бәхетле бул, балаҡайым, – тип ҡыуанды Гөләндәм.
– Йорт мәшәҡәттәренән арынып. Почтаға барып гәзиткә яҙылырға ла ҡул теймәй тора ине, – тип ҡыуанды атай кеше лә. – Харап һәйбәт булды. – Ата-әсәне ҡыҙҙарының аңлы булыуы ҡыуандырҙы.
“Башҡортостан” Йәрмөхәмәтовтарға бер йыл буйы өҙлөкһөҙ килеп торҙо. Эй рәхәтләнде Гөләндәм менән Сәлимйән, ҡыштың оҙон төндәрендә гәзит уҡып. Баҫманы ҡулына алған һайын Ләйсәнен иҫләйҙәр ҙә, бәхетле тормош теләп, рәхмәт яуҙыралар.
– Башҡа берәй нәмә бүләк итһә, әллә ҡасан онотолор йә юҡҡа сығыр ине, – тине ҡәнәғәт Йәрмөхәмәтовтар. – Гәзит көн дә килеп торғас, тотҡан һайын Ләйсәнемде хәтерләтә. – Яратҡан ҡыҙҙары ата-әсәһенә “тормоштан артта ҡалмағыҙ” тине бит. Ай-һай, шәп фекер әйткән ҡыҙҙары! Ысынлап та, тормоштан артта ҡалып, бәҫәреп йәшәүҙең ни ҡыҙығы бар?! Былай уларҙың ғаиләһе әҙәмдән артҡа ҡалып, аҡтыҡ булып, быҫҡып ятҡаны юҡ. Форсатың барҙа янып-көйөп, гөрләтеп-дөрләтеп йәшәүгә ни етә!
Гөләндәмдең тәүге оло шатлығы туған телде өйрәнеү хаҡында мәҡәлә баҫылып сыҡҡас булды. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, эй шатланды ул. Яҙманы ҡат-ҡат уҡыны, уҡыусыларына ла уҡытты. Авторҙың “әсә телен ғәзиз әсәбеҙ кеүек итеп һаҡлайыҡ” тигән һүҙҙәре күңеленә майҙай яғылды. Хаҡ һүҙ бит, ә!
Сәлимйәне менән икәүләп улы менән килененә:
– Ейәндәребеҙ менән мотлаҡ башҡортса һөйләшегеҙ, уларҙы үҙ телендә уҡытығыҙ, – тип нығытып ҡуйҙылар. – Аслан “папка”, “мамка” тип йөрөй күрмәһендәр.
Ә ҡәләм тирбәтергә әүәҫ Гөләндәм үҙе хисләнеп китеп, хатта шиғыр яҙып ташланы:
Туған тел ул – беҙҙең рухи байлыҡ,
Туған тел ул – иң ҙур хазина.
Әсәй кеүек ғәзиз һәм ҡәҙерле,
Телебеҙ туған телдә асыла.
Улы менән килене ололар һүҙенә ҡолаҡ һалды. Үҙҙәре үк ҡыуанып, атай, әсәй, тип килеп инә, балаларына ла туған телдә, улым, ҡыҙым, тип өндәшә башланылар.
“Башҡортостан” гәзитен уҡып, ата-баба ишетмәгән һүҙҙәрҙе лә отоп алды Йәрмөхәмәтовтар. Хосусилаштырыу, иҡтисад, инфляция... Ҡулдарында аңлатмалы һүҙлек булғас, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тиҙ төшөнөп алды улар. Йор һүҙле Гөләндәмгә етә ҡалды:
– Унда приватизация,
Бында прихватизация.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Беҙҙә инфляция, –
тип һамаҡлап йөрөй башланы.
Инфляциянан ҡурҡмай улар. Гәзит уҡыйҙар бит. Шуға күрә илебеҙҙең генә түгел, бөтә донъя яңылыҡтарын, иҡтисади хәлде алдан белеп торалар. Ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйып алалар, емеш-еләген йыйып туңдыралар. Ит, һөт, икмәк булғас, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк!
Гәзит һайын бер һүҙ ота торғас, Гөләндәмдең яңы һүҙ запасы байтаҡҡа киңәйҙе. Уларҙы онотмаҫ өсөн хәҙер шиғыр һымаҡ итеп теҙеп яҙып бара башланы.
Интернетизация,
Интерпретация,
Компьютеризация
Һәм манипуляция.
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Уларҙа интеграция,
Беҙҙә цивилизация.
Уларҙа инвестиция,
Ә беҙҙә конвенция
Һәм йәнә коммерция.
Цивилизация булғас ни, әйҙә, тормоштан артта ҡалмайыҡ, тине Йәрмөхәмәтовтар һәм кредитҡа инеп булһа ла ноутбук һатып алды, уны Интернет селтәренә тоташтырҙы. Модаһы сыҡҡан комодты сығарып ырғыттылар ҙа урынына ҡупшы ғына компьютер өсөн ҡулайлаштырылған өҫтәл алып ултырттылар. Инде хәҙер улар туғандары, ҡыҙы Ләйсән менән хат яҙышып тормай, бер-береһен күрә-күрә скайп аша ғына һөйләшә.
Һай, “Башҡортостан”, ысынлап та тормоштан артта ҡалырға хут бирмәй ҙәһә. Ирле-ҡатынлы компьютерға өйрәнеү курсына йөрөй башланылар. Элекке холҡон – бер ярты алып, күрше Хәмиҙулла менән сәкәштереп эсеүҙәрҙе, иҫереп ғаилә ҡаңғыртып йөрөүҙәрҙе – онотто Сәлимйән.
Ә Гөләндәм һаман яңы һүҙҙәр өйрәнә. Кисәге гәзиттән демократизация, милитаризация, демобилизация, депрессия, диверсия тигән һүҙҙәрҙе уҡыны ла дәфтәренә тағы яҙа һалып ҡуйҙы:
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Тормоштан артта ҡалмайбыҙ,
Деморализация.
Һыммм ... Деморализация ...
Бигерәк ҡыҙыҡ һүҙ. Әллә ҡайҙан уҡ сыңлап, сылтырап, ялтлап тора. Туҡта, мәғәнәһен беләйем әле, тип Гөләндәм ҡара тышлы аңлатмалы һүҙлеккә үрелде. Уй-буй, вай-вай, әстәғәфирулла, тәүбә, тәүбә, ишетер ҡолаҡҡа арыу һүҙ һымаҡ тойолһа ла, мәғәнәһе ҡайһылай ҙа яман. Иманһыҙ, әхлаҡһыҙ тигәнде аңлата икән дәһә. Йәмғиәттә әҙәп, тәүфиҡ тигән төшөнсәләр юҡҡа сыҡһа, шул деморализация була, тиелгән. Кешене төп башына ултыртыу, алдау, ғәйбәт таратыу һымаҡ күренештәр ҙә бит ошо ялтыр, сылтыр һүҙ һымаҡ тәү ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ тойола. Аҙаҡ, асылына төшөнгәс кенә, деморализацияның йәмғиәтте нисек көрсөккә төшөрөүен, кешеләрҙе кабалаға, һаҙлыҡҡа һөйрәүен аңлайбыҙ.
“Башҡортостан” гәзитен уҡый торғас, Йәрмөхәмәтовтарҙың белмәгән нәмәһе ҡалманы. Төрлө-төрлө энциклопедияларҙы һатып алып уҡый башланылар. Интернетты асып ҡарап, ғүмере ишетмәгәндәрен ишетте, белмәгәндәрен белде. Бер саҡ “аненербе” тигән һүҙҙе уҡып, иҫе-һушы китте уларҙың. Баҡһаң, Гитлер донъяны сихыр көсө ярҙамында баҫып алырға теләгән, свастика тигәне утлы һепертке тигән мәғәнә аңлатҡан икән. Ер шарындағы арий булмаған халыҡтарҙы шул сихырлы утлы һеперткеһе ярҙамында ҡырып, һепереп ташларға йыйынған икән, хәсис. Әстәғәфирулла тәүбә, тәү ҡарашта яуызлығы, уҫаллығы менән донъяны дер һелкетһә лә, Аллаһы Тәғәлә ҡара көстө өҫкә сығарманы, яуызлығы үҙенең ҡара башына булды Гитлерҙың. Гөләндәм был мәғлүмәттән бик ҡәнәғәт ҡалды. Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр әле лә бар, тиҙәр, уларҙы ла Раббым бер саҡ Гитлер хәленә ҡалдырып, хур итһен, Ер йөҙөнән юҡ итһен ине.
Яңы килгән гәзиттә срогы сыҡҡан ризыҡты алмаҫҡа өйрәткәндәр. Берәү теплицала йәшелсә, тәмләткес үләндәр үҫтереп, йылына миллион һум килем алыуы хаҡында яҙған.
– Вәт, исмаһам, идея! – Гөләндәм иренә һораулы ҡарашын төбәне. – Ниңә беҙ быны элегерәк белмәгәнбеҙ? Теплицаға ҡоролоҡ та, ямғыр ҙа, ел дә, һыуыҡ та ҡамасаулай алмай, тип яҙа бит Полшибякин тигән урыҫ. Ысынлап та шулай ҙаһа. Ана ул лимонына тиклем үҫтерә. Үҙебеҙ экологик яҡтан таҙа, ГМО-һыҙ, канцерогенһыҙ аҙыҡ ашарбыҙ, артығын һатып, килем алырбыҙ.
Гөләндәм редакциянан Полшибякиндың адресын, телефонын табып, теплицаға ҡағылышлы кәңәштәр һорап, шунда уҡ хат яҙып ебәрҙе. Интернетта ла мәғлүмәт күп булып сыҡты. Китте эш хутҡа. Эшлекле кешеләр өсөн килде ләһә замана, иншаллаһ! Теплица тигәнең бик килемле булып сыҡты, ике йылдан иномарка алып ебәрҙеләр.
– Әбекәйем, тағы бер-ике йылдан һиңә лә еңел машина алып бирермен, – тине ҡарты.
Амин. Машинаны мөгөҙлө кеше йөрөтмәйҙер әле. Гөләндәм булһын да өйрәнмәһен, имеш.
“Башҡортостан” гәзитен ентекләп уҡып барһаң, әллә нимәләрҙе белерһең, туған. Ниәт итһәң, тырышһаң, эш ҡарышмай инде ул. Үҙ эшең менән булышыу уларға көндән-көн нығыраҡ оҡшай барҙы. Эш тә, аш та күбәйҙе. Элекке шикелле бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүҙәр бөттө. Килемле хеҙмәт, илһамланып эшләү, пар күгәрсендәр һымаҡ гөрләшеп йәшәү (әйткәндәй, ғаилә мәнфәғәтен алға ҡуйып, татыу йәшәргә лә улар бит әлеге лә баяғы “Башҡортостан” гәзитенән өйрәнде) күңелдәргә дәрт бирә. Хеҙмәт шәп тәрбиәсе икән ул! Мохтажлыҡтары бөткәс, Йәрмөхәмәтовтар ҡарттарға, йонсоу ғаиләләргә ярҙам итә башланы, мәсет төҙөтөүсе муллаға бағыусы булды.
Астың күҙе – икмәктә, туҡтың күҙе – хикмәттә. Бер саҡ гәзиттә һайлау хаҡында яҙып сығара башланылар. Уны уҡып, Гөләндәмдең депутат булғыһы килә башланы. Илебеҙҙе тамам көрсөккә терәттеләр, ҡороп ҡалмағырҙар, үҙем депутат булып алайым әле, тине ул.
Өйөнөң стенаһына эре итеп яҙып ҡуйҙы:
Депутат булып алам,
Депутат булып алам.
Тормоштан артта ҡалмайым,
Тормоштан артта ҡалмайым,
Үҙ ҡылығымды ҡылам.
Коррупцияны бөтөрәм,
Илде үҙгәртеп ҡорам.
Булдырыр был ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатҡан ут ҡатын! Әйттеме – бөттө. Ана бит, хәҙер “Башҡортостан” гәзитен барлыҡ туған-тыумасаһына яҙҙырған. Знамо, артынан яҡындарын эйәртә. Депутат булһа, ниҙәр эшләйәсәгенең концепцияһын да төҙөп алған икән, уның менән халыҡты таныштыра башлағайны, Гөләндәмдең абруйы тағы артты. Барыһы тик уны һайларға булды. “Үҙебеҙҙең депутат, настоящий кеше, һайлайбыҙ”, – тине халыҡ һәм һүҙендә торҙо.
Ҡайһы бер кандидаттар кеүек, биренеп, түләнеп тә йөрөмәне, һайлау бер тауыштан үтте лә китте. Үҙен әллә кемгә ҡуйып, халыҡты аңра һарыҡҡа иҫәпләп йөрөгән түрәләр ауыҙын асып торҙо ла ҡалды. Эйе, халыҡ аҡ менән ҡараны айыра белә, шуға бит “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, ти мәҡәл.
Депутат булып алғас, Гөләндәм уйлап йөрөгәндәрен тормошҡа ашыра башланы. Халҡына тәүге әйтер һүҙе ошо булды:
Ир аҡылы – бер алтын,
Ил аҡылы – мең алтын.
“Башҡортостан”ды уҡыһаң,
Аҡылың булыр алтын.
Гәзит-журнал алдырайыҡ,
Закондарҙы беләйек.
Тормоштан артта ҡалмайыҡ,
Илгә бәхет теләйек.
Депутат: “Һәр өйгә – “Башҡортостан!” – тип оран һалды. Меңдәр аҡылын бергә туплап: “Берҙәм йәшәйек, бергә булайыҡ, туғандарым”, – тип фарман бирҙе.
Һеҙ ҙә, мөхтәрәм милләттәштәр, уңышлы булғығыҙ килһә, нисек йәшәргә өйрәткән ошо баҫманы алдырығыҙ. Ауылдарҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостанда халҡыбыҙҙың рухы күтәрелһен, барыбыҙ ҙа йүнсел булырға, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнһен. Ниәт иткән – мораҙына еткән. Хәйер, Гөләндәм һымаҡ булдыҡлы ҡатын айбарланып тотонғас, барыһы ла яҡшы булыр. Күңелгә шулай бирелә. “Башҡортостан” гәзитен дә алдырырҙар, Аллаһ бирһә, бар эштәребеҙ ҙә уң булыр, иншаллаһ!