Рөстәм Мәрҙәнов –Премьер-министр27.11.2015
Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйен­ләнде. Был кандидатураны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте.

Депутаттар алдында уҡ республика Премьер-министрын тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды.
Яңы Хөкүмәт рәйесе кешелек потенциалын үҫтереү төп өҫтөн­лөк буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республика Башлығының Мөрә­жәғәтнамә­һендә билдәлән­гән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бар белемемде, көсөмдө һәм тәжрибәмде файҙаланырға һүҙ бирәм, — тине ул.
Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлаған. Иҡтисад фән­дәре кандидаты. 2013 йылдан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урын­баҫары. Был юғары вазифала ул Финанс, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Иҡтисади үҫеш министрлыҡ­тарының һәм башҡа ведомстволарҙың эшмәкәрлеген контролдә тотто.





Вернуться назад