Бәҫтәр ҡунған ҡарағайҙар,
Гүйә, ҡаурый ҡәләм,
Ҡыш дәфтәренең битенә
Яҙалар ҡайнар сәләм.
Һалҡын ҡарҙа ялҡын һүҙҙәр
Емелдәй йылы бөркөп.
Хайран ҡалып ҡарап торам,
Ҡурҡып ҡағырға керпек.
Ҡоштар уҡый тәбиғәттең
Кешегә яҙған хатын.
Күңелгә шундай танһыҡ ул,
Йөрәккә шундай яҡын.
Аяҡ аҫтында ла йондоҙ,
Өҫтән дә йондоҙ яуа.
Хоҙай һулышы ошолор –
Йән дауаһы саф һауа...
Бәҫтәр ҡунған ҡарағайҙар,
Гүйә, ҡаурый ҡәләм,
Ҡыш дәфтәренең битенә
Яҙалар ҡайнар сәләм.
Был аҡ хатты бар донъяға
Етеҙ елдәр тарата:
“Эй, кешеләр, Хоҙай һеҙҙе
Шул тиклем ныҡ ярата!”