Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр27.11.2015
– Ҡорбан салып, итен таратҡайныҡ, ҡәй­нәмә ҡойроҡ өлөшө эләккән. Бының өсөн ул беҙгә ҙур асыу, ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ғәфү үтенеү ниәтендә икенсе ҡорбанды ҡәйнәм­дең һаулығы өсөн салдыҡ. Изге маҡсатыбыҙ йәнә барып сыҡманы: итебеҙ ҡабул ител­мәне... Ошо хәлде нисек аңлатырһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

М. ҒӘЙЕТҠОЛОВА.
Өфө районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Исламда фарыз ғибәҙәттәр бар. Улар динебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә. Әйтәйек, мосолман үтәргә тейешле төп ғәмәлдәр – иман килтереү, көн һайын биш тапҡыр намаҙ уҡыу, ураҙа то­тоу, зәҡәт биреү (байҙарға ҡағыла) һәм, мөмкинлегеңдән сығып, хаж ҡылыу. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бойоролған был фарыз ғибәҙәттәрҙе үҙгәртеү мөмкин түгел. Донъя ни тиклем генә алға китмәһен, ғилем, фән буйынса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшелмәһен, динебеҙҙең әлеге төп нигеҙҙәре шул килеш ҡаласаҡ.
Был ҡорбан салыуға ла ҡағыла. Ибраһим ғәләйһис-сәләм заманынан килгән ғәмәл Аллаһҡа яҡын булыуҙы күрһәтә. “Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, мосолман өсөн был эш тә – фарыз. Мәғлүм булыуынса, вәжиб ҡорбан зөлхизә айының 10 – 12 көндәрендә салына. Башҡа төрлөләренең айырым билдәләнгән ваҡыты юҡ.
Ит түгел, ә ғибәҙәт өсөн башҡарыла был эш. Ҡорбанлыҡты өс өлөшкә бүлеп, береһен – ғаиләң менән туҡланыуға, икенсеһен мәжлес үткәреүгә тәғәйенләү, өсөнсөһөн етемдәргә, мохтаждарға биреү хәйерле. Иттең ҡайһы ғына ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, ҙур шөкөр итергә тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Олуғ Аҡмулла ла бит “Нәсихәттәр”ендә:
“Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән”, –
тип белдергән. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып ҡабул итеү зарур. Ә уларҙы һанап китһәк, осона сығыу мөмкин түгел. Ҡорбан итенән ауыҙ итеү ҙә – ошо иҫәптә. Әгәр ҙә ки был йәһәттән шөкөр итмәй башлаһаҡ, өлөштәрҙе бүлешһәк, Аллаһҡа ризаһыҙлыҡ белдереү тигән һүҙ була.
Иҫләүемсә, беҙ бәләкәй саҡта ҡорбанлыҡтың бөтөн өлөштәре лә эшкәртелә ине. Бөгөн иһә әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыу бит был! Булғанды әрәм итеү – хилафлыҡ.
Алда әйткәнемсә, һәр нәмәгә шөкөр итергә өйрәнергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә ки кемдер ваҡ ҡына мәсьәләне ҙурға күтәреп, ғауғаға юл аса икән, үҙенә лә, башҡаға ла файҙа килтермәй. Үпкә бар ергә шайтан эйәләргә әҙер тора. Шуның өсөн Исламда үпкәләшеүгә урын юҡ. Әйтәйек, йәмәғәт намаҙына беренсе булып килгән кеше тәүге рәткә баҫа, һуңғараҡ ҡалғандар – артҡараҡ. Ҡөрьән мәжлесендә лә шулай уҡ: алдан йөрөгән түргә уҙа, сираттағылар – уртанан, аҙаҡ ингәндәр ситтәнерәк урын ала. Шуның шикелле “Миңә ҡорбанлыҡтың ҡойроғо эләкте”, тип үпкәләүгә урын юҡ. Үҙеңә ҡәҙер күрһәткәндәрҙең күңелен төшөрөү – ҙур гонаһ.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә эстәге нәфсене тыйып тоторға насип ҡылһа ине. Был – үҙе ҙур көрәш. Күңелгә инеп килгән үпкәне лә тиҙ генә бороп сығарырға тейешбеҙ. “Асыуланған мәлдә үҙен тыя белгән кеше – арағыҙҙа иң көслөһө”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо аҡыл нигеҙендә барыһына шөкөр итеп йәшәйбеҙ икән, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға ҡеүәт бирер.
Һис шикһеҙ, ҡорбанлыҡтың бәләкәй генә өлөшө лә рух, туғанлыҡ, ғаилә сәләмәтлегенә ҙур бәрәкәт килтерәлер. Шуны аңламаҫтан, юҡ-барға үпкәләшмәйек. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә сабырлыҡты, күркәм мөнәсәбәттәрҙе алға ҡуйып, бирелгән һәр ниғмәткә шөкөр ҡылып йәшәргә насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад