Күренекле шағир, йыраусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов 23 йыл дауамында изге китабыбыҙҙағы сүрәләрҙе шиғри юлға һалыу буйынса тәфсирле эш алып бара.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ил кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияла уның хеҙмәте менән таныштырылды. Сара Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт Әхмәровтың “Фатиха” сүрәһен уҡыуынан башланып китте.
— Бер нисә йыл элек “Ҡөрьән Кәрим”дең илле сүрәһенә шиғри аңлатмаларҙан тупланған баҫма Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ярҙамында биш мең дана тираж менән донъя күргәйне, – тине Мәүлит Ямалетдинов. – Мөфтөйгә ҙур рәхмәтлемен. Әлеге баҫмала иһә 76 сүрә шиғри юлдар менән бирелде. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡөрьәнде тәү тапҡыр тәржемә иткәндәрҙең береһе Гордий Саблуков та – Башҡортостандан. Ә мин сүрәләрҙе беренселәрҙән булып башҡортса шиғри юлдарға һалдым. Хеҙмәтемде китап итеп сығарыуҙа ярҙам күрһәткән Миңзәлә хажиә менән Ҡадурий хажи Фазлетдиновтарға, шулай уҡ “Башҡортостан энциклопедияһы”на ҙур рәхмәт!
— Бында тәү сиратта Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың өлөшөн билдәләп китергә кәрәк, – тине Миңзәлә хажиә. – Ул “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләренең шиғри аңлатмаларын ихлас күңелдән шатланып ҡабул итте, баҫтырып сығарыуға фатихаһын бирҙе. Мөфтөй тышлыҡтың биҙәлеше буйынса ла кәңәштәрен, тәҡдимдәрен әйтте, эште ойоштороуҙа төп көс булды.
Әле “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренән шиғри аңлатма” 500 данала донъя күргән.
— Был бик аҙ, – тине Ҡадурий хажи. – Заманында бит “Ҡөрьән Кәрим” 300 меңгә яҡын тираж менән баҫылып сыҡҡан. Ауылдағы имам-хатиптар халыҡҡа сүрәләрҙе шиғри аңлатма аша башҡортса еткерһә, ифрат файҙалы буласаҡ, йәштәр дингә күберәк ылығасаҡ. Милләттәштәребеҙ бит йыр-моң ярата: аяттарҙы көйләп уҡыр ине. Был алым балалар өсөн дә мөһим. Шуға ла китапты күпләп сығарыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Ул һәр мәсеттә булырға тейеш.
Ә инде Мәүлит Ямалетдинов ҡалған сүрәләрҙе лә шиғри юлдарға һалып, аңлатмаларын биреп, тулы баҫмаһын әҙерләр, тип өмөтләнәбеҙ. Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ. Заманында милләттәштәребеҙгә башҡортса “Ҡөрьән Кәрим”де еткергән авторҙарҙан бер төркөм Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булғайны. Ә Мәүлит Ямалетдинов сүрәләрҙе яңғыҙы шиғри юлдарға һалып, халҡыбыҙға ҙур бүләк эшләне.
Ысынлап та, шағир, баҫалҡы кеше булараҡ, хеҙмәте хаҡында тыйнаҡ ҡына һөйләү менән сикләнде. Ә бит уға китаптың аҙағында сүрәләрҙең һәм һәр ғәрәп һүҙенең мәғәнәһен төшөндөрөп китеү өсөн генә лә күпме әҙәбиәт аҡтарырға, ғилми сығанаҡтарға, тарихи китаптарға мөрәжәғәт итергә тура килгән! Уҡыусы, 944 аңлатма менән танышып, үҙенә бихисап мәғлүмәт аласаҡ.
Һуңғы осорҙа балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса үҙенсәлекле бәйгеләр ойошторола башланы. Мәктәпкә лә бармаған бәләкәстәргә аяттарҙы ғәрәпсә һөйләүгә ҡарағанда үҙ телендә матур итеп әйтеүе, көйләп уҡыуы еңелерәк булыр ине.
Миңзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар имам-хатиптарҙан, “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын ҡулланып, халыҡҡа дин тәғлимәттәрен аңлайышлы телдә еткереүҙе үтенә. Ысынлап та, кешелә ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ. Айырым йорттарҙа Ҡөрьән уҡылғанда башҡортса аңлатмалар ихлас ҡабул ителәсәк. Йыр яратҡан халҡыбыҙ шиғри юлдарға һалынған сүрәләрҙе еңел генә ятлап алып, көйләп йөрөр. Мәүлит Ямалетдиновтың үҙенең дә оҫта йыраусы, ҡурайсы булыуы ошо изге эшкә илһам биргәндер: аяттары “йырлап” тора!
Яңы китап менән таныштырғанда ғалим Марсель Фархшатов Ҡөрьәндең тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны. Фазлетдиновтар иһә яҡын арала дин әһелдәре, яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре ҡатнашлығында китапҡа ҙур исем туйы үткәреләсәге хаҡында белдерҙе. Әлегә иһә сараға йыйылған йөҙләп кеше яңы баҫманы алып ҡыуанды. Ҡөрьәндең тап йома көндө мосолмандар ҡулына тапшырылыуы ла ҙур хикмәткә эйә бит.
1. Барса маҡтау бер Аллаһҡа:
2. Ул – ғаләмдәр хужаһы,
3. (Сикһеҙ) рәхмәт һәм мәрхәмәт бүтән кемгә хас тағы?
4. Ул ҡиәмәт көнөнөң дә (берҙән-бер) падишаһы.
5. (Әй, Аллаһ), тик Һинең алда беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ,
Һинең генә ярҙамыңа ялбарышып ҡалабыҙ:
6. Күрһәт беҙгә тура юлды, хаҡлыҡ юлына күндер,
7. Ниғмәттәреңә ирешкән заттар рәтенә индер,
Асыуыңа дусарҙарҙың аҙашыуынан дүндер.
(“Фатиха” сүрәһенең
шиғри аңлатмаһы).