Хеҙмәт хаҡың ниндәй төҫтә?27.11.2015
Хеҙмәт хаҡың ниндәй төҫтә? Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы теркәлмәйенсә эшләгән граждандарға (рәсми эш урындары булғандарҙан, мәшғүллек органында иҫәптә торғандарҙан, студенттарҙан, пенсионерҙарҙан айырмалы) социаль түләүҙәр индермәксе. Белгестәр фекеренсә, бындай алым законһыҙ мәшғүллек менән көрәшеүҙә һөҙөмтәле ярҙам буласаҡ. Түрәләрҙең хәстәре аңлашыла. Бөгөн яҡынса 15 миллион кеше “күләгәлә” тир түгә. Ә был бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға закон буйынса билдәләнгән иғәнәләр инмәй тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә юлдар төҙөкләндерелмәй, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға аҡса етмәй... “Күләгә” аҫтына китеү ҡаҙнанан бигерәк кешенең үҙенә лә ҙур зыян килтерә — рәсми эшкә урынлашмаған граждандар барлыҡ социаль яҡлауҙан мәхрүм ителә.


Әлеге мәсьәлә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан өсөн дә ят түгел. Айырыуса быйыл, иҡтисади көрсөк шарттарында, хеҙмәт баҙарында хәл ҡатмар­лашҡан. Уҙған йыл менән са­ғыштырғанда дөйөм эшһеҙлек кимәле артҡан, хеҙмәт биржа­һында теркәлгән кешеләр кү­бәйгән. Статистика мәғлүмәт­тәренән күренеүенсә, бөгөн күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эш­кәртеү сәнәғәте, элемтә һәм транспорт өлкәләрендә 240 мең самаһы кеше теркәлмәйенсә эшләй. Тимәк, ошо тиклем кеше социаль йәһәттән яҡланмаған, киләсәктә улар лайыҡлы пен­сияһын ала алмаясаҡ тигән һүҙ. Әлбиттә, бөтә бәләне бер хеҙмәт кешеһенә генә япһарыу ҙа дөрөҫ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшсе­ләр хеҙмәтен түбән баһалаусы ойошма етәкселәре күп хәҙер. Ҡағиҙә булараҡ, улар халыҡ менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәй. Улай ғына ла түгел, аҡсаны “конвертта” түләргә яратыусылар ошо рә­үеш­ле һалым түләүҙән дә ҡо­толмаҡсы була. Ә был ҡануниәтте инҡар итеү, хеҙмәт кешеһенең хоҡуғын һанламау тигән һүҙ.
Әлбиттә, йәш саҡта, шәп саҡта пенсия, социаль түләүҙәр ха­ҡын­да уйлап та бирмәйһең. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирһәләр, шул еткән. Өҫтәүенә һалым, пенсия, мотлаҡ социаль страховка фондтарына иғәнәләр тотолмағас, ҙур күләмдә эш хаҡы алған кеүек тойола. Әммә бөгөнгөнөң иртәгәһе бар. Сирләп китеүегеҙ мөмкин, эш урынында имгәнеү осрағын да инҡар итергә ярамай... Тормош бит ул... Шул саҡта нимә эшләрһегеҙ? Һалым түләргә лә аҡсаһын йәлләгән хужағыҙ һеҙгә “больничный” түләр, имгәнеп-маҙар ҡуйһағыҙ, үҙ ғәйебен танып, матди ярҙам бирер тип уйлайһығыҙмы? Эштән китә ҡалһағыҙ ҙа, пособие ала ал­мая­саҡһығыҙ, эшләгән йылдарығыҙ ҙа стаж булараҡ иҫәпләнмәйәсәк. Ипотекаға фатир алғанда, аҡса­лата кредит юллағанда ла бары тик законлы эш хаҡы тураһында ғына мәғлүмәт ҡабул ителеүен онотмаһағыҙ ине.
Әлбиттә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль түләүҙәр тураһындағы тәҡдиме халыҡ араһында төрлө фекер уятты. Берәүҙәр, “түләү­ҙәргә ҡарағанда социаль реклама әһәмиәтлерәк” ти, икенселәр аңлатыу эштәрен әүҙемләштереү яғында. Һәр хәлдә, беҙҙең мәҡәлә лә аҡыллыға ишара булһын ине. Хеҙмәт хаҡының “төҫө” лә, “тәме” лә, “йәме” лә юҡ. Әммә асылда ул тормошобоҙға “төҫ” тә, “тәм” дә, “йәм”дә өҫтәй. Был төшөн­сәләрҙең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы инде һәр кемдең үҙенән тора. Шулай ҙа аҡ төҫ килешлерәк, минеңсә.



— Иҡтисади көрсөк арҡаһында быйыл хеҙмәт баҙарында хәл ҡатмарлашты. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, дөйөм эшһеҙлек кимәле артты. Хеҙмәт биржаһында теркәлгән кешеләр күбәйә. Шуның менән бергә рәсми булмаған мәшғүллек күрһәткесе үҫә. Һанды кәметеү өсөн Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт менән килешеү төҙөлгән. Йыл аҙағынаса ундай хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 30 процентҡа кәмейәсәк.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығышынан.


Вернуться назад