Телебеҙҙе һәм үҙебеҙҙе донъяға танытабыҙ25.11.2015
Һуңғы осорҙа республикабыҙ донъя кимәлендә һиҙелерлек танылыу ала бара. Быйыл Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары, унан һуңғы саралар был юҫыҡта айырыуса ҙур этәргес көс булды. “Башҡа йүнәлештәр менән бер рәттән башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү, уны халыҡ-ара мөхиткә сығарыу мәсьәләләре көнүҙәктә торорға, даими күтәрелергә тейеш”, — тип иҫәпләй Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм НУРИЕВ. Уның менән әңгәмә — ошо хаҡта.
— Ер шары өсөн берҙәм виртуаль энциклопедия булған Википедия ту­ра­һында мәғлүмәттәр матбуғатта ара-тирә күренеп ҡала. Кемдер уның хаҡында интернет аша ғына хәбәр­ҙар. Ошоға бәйле Башҡорт Википе­дияһы хаҡында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
— Донъяның 288 телендә төҙөлгән был йыйынтыҡта беҙҙең тос ҡына өлөш бар. Башҡортса яҙылған 35 меңдән ашыу мәҡәләһе менән БашВики тәүге йөҙ сайт иҫәбенә инә, теүәлерәк әйткән­дә, дөйөм күрһәткестәр буйынса 86-сы урында. Бер үк ваҡытта ул Рәсәй ха­лыҡтары телдәрендәге интернет-энциклопедиялар араһында иң шәп үҫкән проекттарҙан һанала. Тағы ла бер күр­һәткес: тәүлек дауамында Википе­дияның башҡорт бүлегенә донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән 25 меңгә яҡын кеше инә. Ошоларҙан сығып, ирек­мәндәребеҙ туған телебеҙҙең даирәһен киңәйтеү һәм уны халыҡ-ара кимәлдә танытыу буйынса маҡтауға лайыҡ эш башҡара, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
— Был фекерҙе асыҡлайыҡ әле...
— Билдәле булыуынса, Википедия — бихисап телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡул­ланыуҙа булған ирекле интернет энцик­ло­педияһы һәм кешелек туплаған бар­лыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле файҙаланыуға сығарыу урыны. Был Ер йөҙөндәге барса кешегә белемен арттырыу өсөн бер тигеҙ мөм­кинлек бирә, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Һөҙөмтәлә, берҙән, сит телде өйрәнеү мохтажлығы кәмей, икенсенән, ниндәй генә тел булмаһын, ул халыҡ-ара интернет киңлегендә ҡулланылыу бейеклегенә күтәрелә.
БашВикиға килгәндә, башҡа төркөм­дәр мөхәррирҙәре беҙҙең мәҡәләләргә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Мәҫәлән, “Башҡортостан ауылдары” порталын­дағы 4 500-ҙән ашыу яҙма әрмән, ҡаҙаҡ, сыуаш, татар, украин, урыҫ, чечен һәм тағы бер нисә телгә тәржемәләнгән.
– Ирекмәндәр үҙ-ара аралашамы?
– Әлбиттә. Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән һөнәрҙәштәребеҙ менән осрашып-ара­лашыуҙар ҙа республиканы, башҡорт телен танытыуға ыңғай йоғонто яһай. Быға миҫал итеп быйыл апрелдә Өфө­лә үҙебеҙ үткәргән Башҡорт викиһа­бан­туйын “Википедия һәм мәғлүмәти йәм­ғиәт” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли кон­фе­ренцияһын әйтер инем. Уларҙа рес­публикабыҙҙың ҡала-райондары вә­кил­дәренән тыш, Израиль, Ҡаҙағстан, Польша, Украина, Филиппин, Эстония кеүек илдәрҙән, Рәсәйҙәге Сыуаш, Татарстан, Тыва, Удмурт һәм Саха (Яҡут) республикаларынан, Свердловск, Тө­мән, Ырымбур, Ярославль өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан 100-ҙән күберәк ирекмән ҡатнашып, йылы тәьҫораттар алып ҡайтты. Аҙаҡ­тан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортос­танда ишеткән-күргәндәрен улар үҙ ватандаштарына ҙур һоҡланыу менән еткергән.
Үҙ сиратында беҙҙең ирекмәндәр илебеҙҙең төрлө төбәктәре википедиясылары менән әүҙем аралаша. Быйыл Эстонияға барып, унда Үҙәк һәм Көн­сығыш Европа илдәренән килгән фе­керҙәштәре ҡатнашлығында файҙалы осрашыуҙар үткәрҙеләр.
– Күптән түгел уҙған IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһау мөмкинлеге булһа, ниндәй фе­керҙәрегеҙҙе әйтер инегеҙ?
– Тәү сиратта беҙҙең ирекмәндәрҙең өс тиҫтәгә яҡын тел бүлеге вәкилдәре менән бергә ошо көндәрҙә Азияға ар­нал­ған мәҡәләләр яҙыу буйынса “Wikipedia Asian Month” тигән ви­ки­мара­фонда әүҙем ҡатнашып, үҙебеҙ хаҡында ҡит­ғала танытыуҙы дауам итеү тураһында хәбәр итер инем. Артабан туған теле­беҙҙе донъя кимәленә күтәреүгә мөм­кинлек биргән ошондай сараларҙың бер нисәһен алдағы йылда ла күҙаллауға туҡталып, Италияла үтәсәк Бөтә донъя “Викимания” конференцияһында ҡатна­шырға, уның барышында “Викиһабан­туй-2016” ойошторорға йыйы­ныуы­быҙҙы белдерер, Ҡоролтай делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Башҡорт Википедияһы аша үҙебеҙҙе донъяға танытыуҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырыр инем.
— Әңгәмә өсөн рәхмәт. Бар яҡлап та уңыштар юлдаш булһын!

Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.



Вернуться назад