— Бында кил, егет, бында. Балды 1,5 мең һумға ғына бирәм.
— Ит кәрәк булһа, апай, үтеп китмә: үҙе осһоҙ, үҙе һимеҙ.
— Картуф уңды быйыл, уңыштан һеҙгә лә ауыҙ иттерәм.…Бына шундай шау-шыуға күмелде Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙаны. Август аҙағынан бирле барған йәрминкәләрҙең сираттағыһында ла тауар күпләп үтте. Иң мөһиме – һатыусы ла, алыусы ла ҡәнәғәт.
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Айгөл менән Ғайсар Ҡәҙерғоловтар йәрминкәгә икенсе йыл рәттән килә. Башлыса кәбеҫтә, кишер, ҡабаҡ һаталар.
– Үҙем бюджет өлкәһендә эшләйем, йәмәғәтем – сәнәғәт тармағында. Хеҙмәт хаҡына ғына ҡарап ултырмайбыҙ, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәбеҙ. Ул үҙебеҙгә лә ҡала, һатыуға ла сығарабыҙ, – ти уңған хужабикә. – Кемдер балыҡ ҡармаҡларға ярата, буш ваҡытын телевизор алдында үткәргәндәр ҙә байтаҡ, беҙ иһә баҡсанан инә белмәйбеҙ.
Ҡәҙерғоловтар һымаҡ үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһына өҫтөнлөк биргән, заман талабын дөрөҫ тойған уңғандар етерлек бында. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һатыусылар райондың төрлө төбәгенән йыйылған. Насретдин бабай, мәҫәлән, Петровскийҙан килгән.
– Йәрминкәгә күптән йөрөйөм, һатам да, һатып та алам. Ойоштороусыларға, район етәкселегенә халыҡҡа ошо рәүешле ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен, – тип ихлас йылмая ул.
Һатып алыусы Маһира инәй ҙә шул уҡ фекерҙә.
— Йәрминкәләрҙә алған йәшелсә ҡыш сыҡҡансы етә, осһоҙораҡ хаҡ менән күберәк алып ҡалырға тырышам, — ти инәй.
Хәҙер инде халыҡ күберәк ит алырға килә.
– Ит менән сауҙа итеү ябыҡ баҙарҙа ойошторола. Урындар шулай уҡ бушлай, – тип аныҡлыҡ индерҙе был йәһәттән район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары, хеҙмәт күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Илдар Хәсәнов. – Бинала һыуытҡыстар ҙа, башҡа төр уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.
…Икмәк, картуф, ит, һөт, май – өҫтәлебеҙҙә көн дә күреп өйрәнгән ризыҡ төрҙәре. Тик бына улар табынға ни хаҡ менән килеп ята? Был тәңгәлдә йәрминкәләр, һис шикһеҙ, халыҡтың көнкүрешен бермә-бер еңеләйтә.