Яңы йылға – яңы мәктәп25.11.2015
Башҡортостанда “Реаль эштәр” проектына ярашлы 1-се Кушнаренко мәктәбендә капиталь ремонт тамамланып килә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, белем усағы Яңы йылға тулыһынса яңырасаҡ.

Уҡыу йылының тәүге яртыһында дәрестәр башланғыс мәктәптә үткә­релгән. Балалар ике сменала уҡыған. Әммә ва­ҡытлыса уңайһыҙлыҡтар тө­ҙөүселәрҙең тырыш хеҙмәте менән аҡланасаҡ, Яңы йыл каникулынан һуң уҡыусылар ысын белем һарайына күсәсәк. Кластарҙы, спорт залын, ашхананы һәм холды төҙөкләндереүҙә заманса материалдар ҡулланылған.
Бинаны терәтеп торған ҡулайламалар нығытылған, фасад йылытылған, ҡыйыҡ һәм эске коммуникациялар алмашты­рылған. Бер үк ваҡытта биҙәү эштәре лә бара.
Участка начальнигы Сергей Емец әйтеүенсә, төҙөкләндереү эше 90 процентҡа тамамланған. Һыу үткәргес, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре яңыртылған. Утыҙ кешенән торған бригада намыҫлы эшләй. Объектты 30 декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.





Вернуться назад