Браконьерҙар йоҡламай25.11.2015
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып һунар өлкәһендәге 625 тәртип боҙоу осрағын асыҡлаған. Бындай етешһеҙлектәргә нигеҙҙә кейек аулауға рөхсәт ҡағыҙының булмауы, һунарсылар тарафынан элегерәк алынған ошондай документтарҙы министрлыҡҡа ҡайтармау, шулай уҡ тыйылған һунар алымдарын ҡулланыу инә.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл кейектәрҙе 44 законһыҙ аулау осрағы теркәлгән. 70-тән ашыу ҡырағай йәнлек браконьерҙарҙың ҡорбанына әүерелгән. Хайуандар донъяһына зыян килтергән өсөн 1,8 миллион һумлыҡ, законды боҙған һунарсыларға иһә 400 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Әле төбәктә тояҡлы хайуандарға, ҡырағай йәнлектәргә, төлкө, ҡуян, бүрегә һунар итергә мөмкин. Экология министрлығы ҡыш тәбиғәтте һаҡлау сараларын көсәйтергә, был эшкә авиация техникаһын йәлеп итергә ниәтләй.