Йәмәғәтселектең үҙ-ара килешеп эшләүе шарт25.11.2015
Республикала һуңғы осорҙа экологик мәсьәләләргә йәмәғәтселектең иғтибары артты.

– Ысынлап та, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре барлыҡ ха­лыҡты борсой, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова. Уның фекеренсә, республикала көнүҙәк экологик мәсьә­ләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән эксперттар ойошмаһы булдырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ошо маҡсаттан Интернет селтәрендә махсус сайт асырға кәрәк. Бында һәр кем үҙен борсоған хәл-ваҡиғаны яҙа аласаҡ, ә эксперттар мөрәжәғәт­тәргә яуап бирәсәк.
– Бындай аралашыу экологик мәсьәләләргә битараф булма­ғандарҙың барыһын да бергә туплаясаҡ һәм көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе тиҙерәк хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда үҙенсәлекле экологик проекттар бихисап, улар тураһында бөтөн ил белергә тейеш, – тип белдерҙе депутат.



Вернуться назад