Айыҡ төбәк иҫәбенә инһәк тә...25.11.2015
“Айыҡ Рәсәй” федераль проектын тормошҡа ашырыусылар менән “Рейтинг” мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге үткәргән берлектәге тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан эскелек йоғонтоһона иң аҙ бирелгән тәүге 20 төбәк иҫәбенә ингән. Тикшереү барышында эскелек мәсьәләһе ентекле өйрәнелеп, ил төбәктәрендә алкоголгә ҡаршы сәйәсәттең һөҙөмтәлелеге баһаланған.
Наркологтар раҫлауынса, әле Рәсәйҙә кәмендә өс миллион кеше — эскесе. Ә эксперттар әйтеүенсә, был һан байтаҡҡа юғарыраҡ, халыҡтың 76 проценты көн дә тиерлек спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр илебеҙҙә һәр кешегә 15,76 литр этил спирты тура килгән. Шул уҡ ваҡытта хәүефле доза һигеҙ литр тәшкил итә. Йыл һайын 500 меңдән ашыу кеше спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып үлә. Башҡортостанда иһә йыл башынан “йәшел йылан” 87 кешене һәләк иткән.
Үткәрелгән тикшеренеүҙә Рәсәй төбәктәрендә эскелеккә бәйле хәлде күҙәтеү менән шөғөлләнгән эксперттарҙың, коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең фекере иҫәпкә алынған. Рейтингты төҙөгәндә эскелектән һәм эскелек психозынан яфаланған кешеләр, алкоголь менән ағыуланып үлгәндәр, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны, араҡы һәм һыра һатыу күләме, алкоголгә ҡаршы ҡануниәттең йоғонтоһо кеүек мөһим күрһәткестәр файҙаланылған.