Аҙна һайын — отош25.11.2015
Республика, район һәм ҡала гәзиттәре редакцияларында аҙна һайын матбуғатҡа яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыла. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн редакцияға 2016 йылдың тәүге яртыһына яратҡан баҫмаңа яҙылыу квитанцияһының күсермәһен һәм махсус купонды (гәзиттән киҫеп алынған) ебәреү шарт.
Һәр дүшәмбе редакцияларҙа еңеүсе асыҡлана. Уларҙың исемдәре гәзит биттәрендә баҫыласаҡ. Бүләктәр – сәй, ҡәһүә сервиздары, Яңы йыл һәм интерьер сувенирҙары.

Төп бүләкте кем алыр?

Төп бүләк отоуҙа ҡатнашыу өсөн киләһе йылдың кәмендә алты айына “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң бер республика баҫмаһына (гәзит йәки журналға) һәм бер район йәки ҡала баҫмаһына яҙылырға кәрәк. Абонементтарҙың күсермәһен конвертҡа һалып, түбәндәге адрес буйынса ебә­регеҙ: “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йор­то” дәүләт унитар предприятиеһы, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, матбуғатҡа яҙылыу бүлеге.
Отошта лототрон ҡулланыла. Төп бүләк – бер ноутбук, икенсе урын өсөн – ике һыуытҡыс, өсөнсөгә – өс телевизор, дүртенсегә – биш микротулҡынлы мейес, бишенсе урынға – ун мультимейес.
Бәхет йылмайған кешеләрҙең исем-шәрифе мат­буғатта донъя күрәсәк. Төп еңеүсе Өфөгә бүләкләү тантанаһына саҡырыла.

Бәхетле автомобиль

“Бәхетле авто” конкурсы Өфөнән башҡа ҡала һәм райондарҙа үткәрелә. 2016 йылдың кәмендә алты айына район гәзитенә яҙылған кешеләргә редакцияла махсус наклейка бирелә. Уны автомобилдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерергә кәрәк.
Ай һайын район үҙәгендәге (ҡалалағы) урамдар­ҙың береһендә бүләк отоу сараһы ойошторола. Был хаҡта гәзит биттәрендә алдан хәбәр ителәсәк. Бүләк отоу өсөн тәғәйен урынға махсус наклейкалы авто­мобилдә килеү шарт. Бүләктәр тәү сиратта авто­һә­үәҫкәрҙәргә тәғәйенләнә (авто-компрессор, эш ҡоралдары йыйылмаһы, автомобилист йыйылмаһы һ.б.).


Вернуться назад