Өфө ҡалаһында “ВДНХ-Экспо” комплексында ХХI төбәк-ара махсуслаштырылған “БашПродЭкспо”, “Төргәк-2015” күргәҙмәһе асылды. Урал төбәгендәге был әһәмиәтле аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә Рәсәй, яҡын сит илдәр һәм Башҡортостандан 100-ҙән ашыу предприятие үҙ продукцияһын килтергәйне.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сауҙа селтәре составына ингән предприятиелар экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте. Улар араһында Күгәрсен районының “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы килтергән һөт ризыҡтары, көнбағыш майы, “Рощинский” совхозының колбасаһы, шулай уҡ “Башҡорт ҡаҙы”, Нефтекаманан “Кама беконы”, икмәк комбинаты, “Янғантау” шифаханаһы аҙыҡ-түлеге күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Мәләүез ҡалаһынан “Аҡтирмән” компанияһы башҡорт халҡының боронғо йолаларына нигеҙләнеп әҙерләнгән әллә нисә төр талҡан тәҡдим итте. Уның етәксеһе Рима Сәйфетдин ҡыҙы Күлбаева әйтеүенсә, 1998 йылда уҡ тирмән ҡороп, эшҡыуарлыҡ эшенә тотонғандар. Әммә 2009 йылда ғына талҡан етештереүгә махсуслашҡандар. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурстары лауреаты булғандар.
— Хәҙер экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте табыуы ҡыйын. Ә бына талҡандың кеше организмы өсөн файҙаһы күп, ул сәләмәтлекте нығыта, йәшәртә лә.
Шыттырылған бойҙай, һоло, арпала бик күп микроэлементтар бар: аҡһым, углевод, цинк, магний, тимер, кальций, еҙ, селен. Һөҙөмтәлә организмда матдәләр алмашыуы яҡшыра, кәүҙә ауырлығы менән яфаланғандарға ла ҙур ярҙам, — ти Рима Сәйфетдин ҡыҙы.
Әйткәндәй, “Аҡтирмән”дең продукцияһы Себер тарафтарында, Ҡаҙағстанда ҙур ихтыяж менән файҙалана икән.
Эшҡыуар эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Күптән түгел “Йөҙөм, арахис ҡушылған “тиҙ иртәнге аҙыҡ” линияһы сафҡа ингән. Әле балалар, диета тотҡандар, ябығырға теләгәндәр өсөн махсус талҡан етештереү буйынса эш бара.
Рима Күлбаева күптән түгел “Ҡатын-ҡыҙ — директор” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеп сыҡты. Уны Мәләүез ҡалаһында һәм районында белмәгән кеше юҡтыр. Бер нисә йыл инде яҡташтарына бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә: төрлө йәмәғәт ойошмаларын, мәсеттәр төҙөлөшөн, янғында зыян күргән күп балалы ғаиләне ярҙамынан өҙмәй.
Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте етештереүселәргә “йәшел юл” асыу — импортты алмаштырыу осоронда бындай күргәҙмәләрҙең йышыраҡ үткәрелеүе ҡыуаныслы.