Үҙебеҙҙең ҡорамалдар нимәһе менән ҡайтыш?25.11.2015
Үҙебеҙҙең ҡорамалдар нимәһе менән ҡайтыш? Өфөлә ил яғыулыҡ-энергетика комплексының ҡорамалдар, комплект һәм запас өлөштәрен импортҡа алмаштырыу, сит ил программа тәьминәтен файҙаланыуға бәйлелеген кәметеү мөмкинлектәре өйрәнелде. Белгестәр билдәләүенсә, ситтән индерелгән нефть-газ ҡорамалдарын алмаштырыу өсөн 170 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә “Уралтехнострой” предприятие­һы­ның эшмәкәр­леге менән танышыуҙан башланды. Әйткәндәй, корпо­ра­- ция импортты алмаштырыу процесын ун йыл элек үҙләш­терә башлаған. Бында нефть һәм газ компаниялары өсөн ҡорамалдар етеште­ре­лә. Тех­ни­ка­ның ҡайһы бер төрҙәрен предприятие бел­гестәре ту-лы­һын­са үҙҙәре уйлап сығар­ған. Һөҙөмтәлә ҡо­ра­мал­дар- ­ҙың хаҡы сит ил аналогтары менән сағыш­тыр­ғанда ике-өс тап­ҡырға ар­заныраҡ.
Ҡунаҡтар нефть һәм газ тармағында ҡул­ланылған ҡо­рамалдар етештереү цехын ҡа­рап сыҡты. Бында яғыу­лыҡ-энергетика ком­плексын­да импортты алмаштырыу буйынса бер нисә проект тормошҡа ашырыла.
– Баштан уҡ эшебеҙ Рәсәй баҙарына йүнәлтелде. Беҙҙә етеште­рел­гән насостың сит илдекенән бер яғы менән дә кәм булмауын иҫбатларға теләйбеҙ, – тине “Уралтехнострой” корпо­рацияһының беренсе вице-президенты Роберт Ваһапов.
Сит илдән бер ҙә ҡалыш­мауҙарын, ҡайһы бер осраҡ­тарҙа хатта яҡшыраҡ та бу­­лыу­­ҙарын республика етеш­тереүселәре кәңәшмә ҡу­наҡтарына ла күрһәтте. Ошон­да уҡ продук­цияға ихтыяж мәсьәләһе лә өйрә­нелде.
Импортты алмаштырыу бу­йынса фекер алышыу артабан Конгресс-холл бина­һын­да үт­кән кәңәшмәлә дауам итте. Унда билдәлә­не­үенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте тарафынан импорт­ты алмаштырыу буйынса ике тиҫтәнән ашыу маҡсатлы программа ҡа­бул ителгән, быйылдан сә­нә­ғәтте үҫтереү фонды эш­ләй. Әммә предприятиелар был програм­ма­ларҙа ҡатнашыу, финанслау нескәлектәрен бе­леп бөтмәй.
Яғыулыҡ-энергетика ком­плек­сында им­порт­ты алмаштырыу мәсьәләһе Баш­ҡор­т­ос- ­­тан өсөн дә бик мөһим. Ни ти­һәң дә, республика – сәнә­ғәт ныҡлы үҫешкән төбәк­тәр­ҙең береһе.
– Үтә ныҡышмал һәм үҙ һүҙ­ле компаниялар осрап ҡуя. Улар күп түгел, әммә бар. Ундай­ҙар, ғәҙәттә, Рәсәй ҡо­рамалы була тороп, сит илдекен һатып ала. Был йәһәттән ҡануни норма юҡ, шуға административ алым ҡул­ланыу ҙа мөмкин түгел, – тине республика Башлығы Рөстәм Хә­митов.
Хәйер, төптәнерәк уйлап ҡарағанда, проб­лемалар хәл ителерлек. Иң мөһиме – ихтыяж бар. Артабан иһә предприятиелар өсөн дәрт­­лән­де- реү системаһын булдырырға, яңы белгестәр әҙерләргә, фәнде үҫтерергә генә кәрәк.





Вернуться назад