Алтын көҙҙөң япраҡтарын
Йыйып алдым усыма.
Ел, иркәләп, көҙ бүләген
Юлдарыма осора.
Баҫырға ла йәлләп торам
Семәрләнгән балаҫҡа.
Осо-ҡыры юҡ юлымдың,
Һуҙылған ул алыҫҡа.
Әйтерһең дә, офоҡтарға
Барам алтын балаҫтан.
Ошо юлды мең-мең тапҡыр
Үтер инем ҡабаттан.
Был шиғырҙың авторы – йәмле Асылыкүл буйында урынлашҡан Ҡыҙрас ауылындағы урта мәктәптә 38 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Дәүләкән ҡыҙы Тәнзилә Юсеева. Ул – тормошта ла, эшендә лә ысын ижадсы. Мәктәптә драма түңәрәге ойоштороп, үҙе пьесалар яҙып сәхнәләштерә. Йәш оҫталар Дәүләкән, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларында сығыш яһап, призлы урындар яулай. “Тамсылар” ижади түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың һәләтен асыуға ла күп көс һала Тәнзилә апай. Ун уҡыусыһының шиғыры Рәсимә Ураҡсина етәкселегендә әҙерләнгән “Тыуған ерем – мөғжизә” йыйынтығында баҫылып сыҡты.
Тәнзилә апайҙың үҙенең береһенән-береһе матур ижад емештәре Ә.Хәкимов исемендәге музейҙа уңышлы эшләп килгән “Дим” әҙәби берекмәһенең өс йыйынтығында донъя күрҙе, тиҙҙән дүртенсе китабы ла әҙер буласаҡ. Меңдән ашыу шиғыры, легенда, нәҫерҙәре бар. Әҫәрҙәре ябай, күңелгә үтеп инерлек, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға әйҙәй. “Тәбиғәт ҡыҙы” тигән шиғырында был бик асыҡ сағыла:
Тәбиғәттең көсө икһеҙ-сикһеҙ,
Ямғыры лы яуа, ҡары ла.
Алдарыңа йәшел келәм йәйеп,
Сәскәләргә биҙәй тағы ла.
Дауыл, буран, әсе елдәре лә
Тәбиғәттең генә ҡулында.
Мин – тәбиғәт ҡыҙы, бөтәһе лә,
Бөтәһе лә булды юлымда.
Тәнзилә апай, үҙе әйтмешләй, ауылдың иң аҡыллы, иң сибәр егете, биш балаһының атаһы Флүр Йәмғетдин улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, янып йәшәне һәм эшләне. Ағай тарихтан уҡытты, мәктәп директоры булды. Үкенескә ҡаршы, бик йәшләй генә яҡты донъянан китеп барҙы ул. Тәнзилә апай балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Улар институт, университет тамамлап, үҙ донъяларын көтә инде хәҙер. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр. Быйыл Себер тарафтарына, төпсөк ҡыҙы Лилиәнең туйына барып ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтты Тәнзилә апай. Бәхетле әсә ул!
Ейән-ейәнсәрҙәренә арнап яҙған шиғырҙары ла байтаҡ. Шуларҙың береһе – ейәнсәре Даринаға арналғаны – “Бәпес” тип атала:
Бәпес ҡайтты, өй түрҙәрен
Сәңгелдәк тора йәмләп.
Ҡош балаһы кеүек кенә
Ауыҙын аса тәмләп.
Күҙкәйҙәрен ҡыҫып ҡарап,
Таныша өйө менән.
Әлли-бәлли тирбәтәбеҙ
Үҙенең көйө менән.
Ҡош балаһы кеүек кеше
Нығыта ҡанатҡайын.
Әлегә һин мыш-мыш йоҡла,
Бәпесем, балаҡайым.
Теремек кенә ҡоштарым
Тәпәй килтерер яҙын.
Киләсәккә юлдар башлар
Һәр ынтылыш, һәр аҙым.
Бәпес менән керҙе
Бәхет тулы өйөмә,
Һәр кемгә нур өләшәһең
Кескәй генә көйөңә.
Ут-һыуҙарҙы үтеп, Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылаған, йыр-моңға ғашиҡ атаһы Ғәлимарҙан менән һөйөклө әсәһе Рәбиғаны һағынып иҫкә ала Тәнзилә апай. Ҡәҙерлеләренә арналған шиғырҙары ла байтаҡ. Егермеләп йыры ла бар. Уларға бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫкән әхирәте – Туймазы балалар музыка мәктәбендә күп йылдар эшләгән Рәмзиә Яруллина – көй яҙған.
Тәнзилә апай бөгөн дә халыҡ араһында: клуб сәхнәһендә үҙе төҙөгән сценарийҙар буйынса концерттар алып бара, осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Ауылдың иң матур урынында, Тимбәт тауында, урынлашҡан өйө һәр кемгә сәләм биреп, йылмайып ултырғандай.
Әле Тәнзилә Ғәлимарҙан ҡыҙы хаҡлы ялда, бөгөнгө тормошо ла өлгөлө. Иҫ киткес матур сәскәләр, мул уңышлы баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай.
Шиғри күңелле, йомарт, ҡанатлы уйлы уңған хужабикәнең ишеге һәр кем өсөн асыҡ.
Гөлназ МУЛЛАГӘРӘЕВА,
Башҡорт дәүләт
университеты студенты.