Буранбай сәсән хаҡында китап сығасаҡ25.11.2015
Буранбай сәсән хаҡында китап сығасаҡ Һүҙем тарихты ташҡа баҫып ҡалдырғандарҙың береһе, көнө-төнө архивта соҡоноп, тыуған яғы, танылған яҡташтары тураһында бай мәғлүмәт туплаған шәхес, мәғариф ветераны, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, йәмәғәт эшмәкәре, бихисап китап авторы Рамаҙан Үтәғолов хаҡында.

Ул тарих факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар ошо фәндән уҡыта, ватан, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн янып, ҡулына ҡәләм ала. Башҡортостандың, Баймаҡ районының, Сибай ҡалаһының энциклопедияларына йөҙҙән ашыу мәҡәләһе ингән. Был – ҙур хеҙмәт, көнө-төнө архивтарҙа ултырып эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Рамаҙан Үтәғоловтың ауылдашы Барый Туйсин менән берлектә нәшерләнгән Сыңғыҙ ауылы хаҡындағы китабын ҡомартҡылай ҡәҙерләп һаҡлайым. “Һаҡмар йондоҙо” тип аталған әҫәрен дә яратып ҡат-ҡат уҡыйым. Ул мәшһүр композитор, башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Хөсәйен Әхмәтов тураһында.
“Композитор менән икенсегә 1964 йылда Өфөлә уҙған Башҡортостан уҡытыусыларының IV съезында осрашыу насип булды. Ул ваҡытта Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе булып эшләй инем. Сарала билдәле кешеләр ҡатнашты. Ошонда мин Хөсәйен Әхмәтов менән дә яҡындан таныштым. Сыңғыҙҙан икәнемде әйтеү менән, ҡосаҡлап алды ла һорауҙарын яуҙыра башланы. Ауылымдың тарихы, шәжәрәм тураһында ентекләп һорашты. Был осрашыу хәтеремдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Шул ваҡыттан башлап тарихты өйрәнеү, шәжәрәне белеү минең өсөн изге бурыс һаналды”, – тип яҙа Рамаҙан Үтәғолов.
Аңлауығыҙса, изге бурыс Хөсәйен Әхмәтовтан аманат булып күскән. Китапта әйтелеүенсә, композиторға – ауылдаштары Фәйзулла Буранғолов һәм Шиһап Этҡолов, уларға иһә Күҫәк, Ҡарағол, Айытҡол тархандар тыуған яҡты өйрәнеүҙе васыят итеп ҡалдырған.
Ошо көндәрҙә Рамаҙан ағай Үтәғолов Буранбай сәсән тураһында китабын әҙерләп, баҫмаға тапшырҙы. Халҡыбыҙ өсөн бик ҙур бүләк ул.






Вернуться назад