Руфина ШАҺАПОВА: “Экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йәмәғәтселектең үҙ-ара килешеп эшләүе шарт”24.11.2015
– Республикала һуңғы осорҙа экологик мәсьәләләргә йәмәғәтселектең иғтибары артты. Әүҙемлек Өфө эргәһендә төҙөлә башлаған Кроношпан заводы, Өфө районында һалынасаҡ крематорий, башҡорттар борондан изге тип һанаған Торатауҙы эшкәртеү мәсьәләләренә бәйле.
Был йәһәттән йәмғиәттең ҡаршылыҡ күрһәтеүе - экологик хәрәкәттең юғары мөмкинлектәренә асыҡ дәлил, сөнки тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре, сәйәсәттән тыш, барлыҡ халыҡты борсой, – тип белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.
Уның фекеренсә, республикала көнүҙәк экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән эскперттар ойошмаһы булдырыу - күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ошо маҡсаттан Интернет селтәрендә махсус сайт асырға кәрәк. Бында һәр кем үҙен борсоған хәл-ваҡиғаны яҙа аласаҡ, ә эксперттар мөрәжәғәттәргә яуап бирәсәк.
– Бындай асыҡ аралашыу экологик мәсьәләләргә битараф булмағандарҙың барыһын да бергә туплаясаҡ һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙерәк хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда үҙенсәлекле экологик проекттар бихисап, улар тураһында бөтөн ил белергә тейеш, – тип белдерҙе депутат.




Вернуться назад