Кисә — табип, бөгөн… фермер!24.11.2015
Кисә — табип, бөгөн… фермер! Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тиһәләр ҙә, бөгөн береһе лә алдыңа килтереп һалмай. Тырышһаң инде, эшләргә теләгәндәргә ярҙам итеүселәр табыла. Быға ныҡлы инанған Геннадий Григорьевич. Ана бит, үҙенең дә тормошо көтмәгәндә ҡырҡа боролған, әйтһәң, кеше ышанмаҫ: бынан ун ғына йыл элек ул тәжрибәле табип булған, хәҙер — фермер!
— Әллә, — ти Геннадий Лейтер, көлөп, — барыһы ла осраҡлы һымаҡ килеп сыҡты. Бөрйән районынан һимертеп һуйыу өсөн ике үгеҙ алғайныҡ, шуны һатҡан аҡ­саны башҡа йүнәлешкә тотондоҡ та ҡуйҙыҡ. Кем әйтмешләй, нулдән башланыҡ…
Лейтер фекерҙәштәре, туған­дары менән бергә ҡушылып, иҫке генә техника ала. Шуны йүнәтеп һаталар ҙа тағы алалар. Ошолай итеп башлан­ғыс капитал туп­лайҙар. Алда әйткә­немсә, ты­рышҡан кешене күрәләр, ярҙам итеүселәр ҙә табыла. Яйлап 100 гектар ер теркәйҙәр, шуны сәсеп, күпмелер уңыш йыялар. Уға иҫке өс комбайн алалар. Йүнәтеп, ҡараш­тырып, икенсе йылына ошо комбайндары менән бүтәндәргә ярҙам итә башлайҙар. Хаҡын ҡайһы хужалыҡ игенләтә бирә, ҡайһыһы аҡса күсерә. Үҙҙәренең фуражы булыуы мал һанын арттырырға мөмкинлек бирә: 100 баш, 200 баш, 300…, йыл һайын ишәйә киләләр.
— Хөкүмәт бәләкәй эшҡы­уарлыҡҡа ярҙам итә башлағас, субсидиялар бирелде, лизинг юлы менән техника алыу китте, программаларға ҡушыл­дыҡ. Шул саҡта күпләп яңы техника алдыҡ. Был яҡтан база, Аллаға шөкөр, ныҡлы, — ти фермер. — “500 ферма” программаһы өсөн дәүләткә бик рәхмәтлебеҙ, быны ысын күңелдән әйтәм. Ул программа булмаһа, әле генә ферма биналарын йүнәтеп тә булмаҫ ине…
Бөгөн хужалыҡ аяғында ныҡлы баҫып тора. Һыйыр малдары ғына ла 2 меңдән ашыу, 300-ләп аттары бар. Һөрөнтө ерҙәре 15 меңләп гектар булһа, шуларҙың 10 меңгә яҡыны — сәсеүлек. “500 ферма” программа­һы буйынса ике йыл эсендә баштан-аяҡ ике бина йүнәтелгән. Һис фәстер­мәйем, бындағы һымаҡ фермаларҙы күргәнем аҙ булды. Эйе, мал торлағы йылы, яҡты, таҙа — уныһы һәр хужалыҡта тейешле ғәмәл. Бында иһә шарттар иҫте китәрерлек: бүлмәләрҙә генә түгел, коридорҙа ла евроремонт үткәрелгән, бүлмәгә йомшаҡ мебель, өҫтәл, гәзит-журнал кәштәләре ҡуйылған, йыуыныу кабиналары йыһазландырылған…
— Программа буйынса ни алған­быҙ, эшләгәнбеҙ, барыһы өсөн дә түләп барҙылар, — ти Лейтер. — Беҙ ҙә һынатмаҫҡа тырышабыҙ.
Хужалыҡта йөҙгә яҡын кеше эшләй. Эш хаҡына килгәндә, механизаторҙар 15-20 меңдән ҡалмай. Кем ҡайҙа тир түгә инде. Тағы бер үҙенсәлек — мал ҡараусыларға айына 8-10 мең һум сыға икән, улар сменалап 10 көнгә генә эшкә бара. Хужа әйтеүенсә, комбайнсылар быйылғы эш һөҙөмтәләре буйынса 150 меңдән дә кәм алмаясаҡ. Бынан тыш, шәхси хужалыҡтарын алып барыу өсөн фуражын, һалам-бесәнен бирәләр. Алдынғы механи­заторҙарҙы билдәләүҙе һорағас, Лейтер, йылмайып, былай тине:
— Беҙҙә, ғөмүмән, ялҡауҙар юҡ…
Шулай ҙа Сергей Вотенцев, Роман Ямщиков, Андрей Летунов, Александр Лапшов, Владимир Пановтарҙы атаны. Һауын­сылар Мария Ғиззәтуллина, Светлана Петрова, Рәзифә Мөхә­мә­ҙиева, Мария Самиҡова эштәрен баһаланы. Үҙе әйтмешләй, бөтәһен дә һанап сығыу мөмкин түгел. Ғүмер ҡуласаһы әйләнә бит — барырбыҙ, күрербеҙ, яҙырбыҙ. Әлегә барыһына ла уңыштар теләйек.
Хушлашыр алдынан Геннадий Григорьевичтан борсоған мәсьәләләре тураһында ла һораныҡ.
— Эшләмәгән кешенең генә проб­лемаһы юҡ, беҙ уларҙы үҙебеҙ атҡарып сығырға өйрәнгән. Зарлан­ғандан, уфтанғандан ғына бер ни ҡыйратып булмай, — тип дуҫтарса ҡулбашҡа ҡағылды ул. — Һәр кем үҙ урынында тейешлеһен башҡарһа, тауҙар аҡтарырға мөмкин.


Вернуться назад