Ҡайҙа ла дәртле, һәләтле улар24.11.2015
Йәштәр бөгөн ни менән мәшғүл? Уларҙы туплаусы, төрлө сараларға ойоштороусы көс бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы райондың йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе М. ҺАБАНШИНға бирҙек.
— Йәштәр ҡайҙа ла дәртле, һәләтле. Уларҙы ойоштороу, бәйләнештә тороу — төп бурысыбыҙ. Бигерәк тә ялдарын файҙалы итеп үткәреү мөһим. Шулай уҡ ауыл йәштәрен дә төрлө сараларға ылыҡтырырға тырышабыҙ, — тине Максим Марат улы. – Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына “Йәш ғаилә” конкурсы үтте. Унда еңгәндәр республика кимәленә сығасаҡ. Районда, ғөмүмән, йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленә. Элекке “Башнефть”кә ҡараған Техниктар йортон йәштәргә биреүҙе шуға миҫал итеп килтерер инем. Хәҙер ул Йәштәр һарайы тип атала, ҙур мәҙәни үҙәккә әүерелде. Бында ижади түңәрәктәр, клубтар эшләй. Балалар ҙа шөғөлләнә. Төрлө йәштәгеләр өсөн КВН-дар үтә. Квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ юҡ.
Йәйен эшләргә теләүсе студенттарға хеҙмәт урындары табышабыҙ. Асылда улар ҡаланы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡты тәртипкә килтереп, бынамын тигән сквер эшләнек. Район хакимиәте уны төҙөкләндереү өсөн 6 миллион һумға яҡын аҡса тотонорға ҡарар итте. Ҡала бүлде. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, ял итеү урындары булдырылды, фонтан бар. Йәштәр скверы халыҡтың яратҡан урынына әйләнде.
Йәй айҙарында коммуналь хужалыҡтар менән килешеү төҙөп, беҙҙең егет һәм ҡыҙҙар спорт майҙансыҡтарында уйындар үткәрә. Уларҙы кешеләр танып тора: махсус майка кейгәндәр, туптары, уйын өсөн бүтән кәрәк-яраҡтары бар. Быларҙан тыш, “ихаталар байрамы” үткәрелә, ул хәҙер матур традицияға әйләнеп китте.
Ауылдарҙа һәр хакимиәт ҡарамағында спорт буйынса методист бар. Мәҫәлән, Һайрандан Альбина Исламғолованы атағы килә. Улар быйыл балалар спорт майҙансығы өсөн ҡорамалдар алды. Петровск ауыл хакимиәте башлығы Ольга Морозованы ла билдәләйек. Ул үҙе ҡасандыр йәштәр советын етәкләгән. Әйткәндәй, был ауыл Советы бер нисә йыл рәттән республика буйынса “Ауыл йәштәре менән иң яҡшы эшләүсе хакимиәт” булып иҫәпләнә. Алға ҡуйған бурыстар, маҡсаттар ҙур. Ғөмүмән, комитет ағзалары район хакимиәтенең социаль, иҡтисад, башҡа бүлектәре, идаралыҡтары менән берләшеп, килешеп эшләй.