“Гитарам һалдаттың ҡоралы һымаҡ…”24.11.2015
“Гитарам һалдаттың ҡоралы һымаҡ…” Баҫалҡы ғына егет, ҡулына гитара тотоп, сәхнәгә күтәрелә. Тәүге аккорд. Залда тынлыҡ. Ә тауышы-ы… Юҡҡа ғына Айнур Хәлилов армия сафында хеҙмәт иткәндә лә подразделениеларының солисы булмаған икән.

Һалдат йырҙарын башҡарыусылар араһында Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булғанын да әйтһәк, барыһы ла аңлашыла торғандыр. Ул ҡатнашҡан клиптар телеэкрандар аша ил буйынса таралды. Бөгөн Юнитаның (псевдонимы) “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге битенә өс меңгә яҡын кеше яҙылған.
Айнур ижад менән ихлас шөғөлләнә: йырҙар яҙа, күңелендә көйҙәр урғыла. Иң мөһиме — уларҙы йәштәргә еткерә, өләшә ала, үҫмерҙәрҙе музыка ҡоралдарының “әлифбаһы”н асырға ла өйрәтә.


Вернуться назад