Тәбиғәте күптәрҙе көнләштерерлек24.11.2015
Район биләмәһенең көнсығыш өлөшө Көньяҡ Уралдың алғы көнбайыш һырттарына ҡарай. Күпселектә ҡайын, уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Көнбайыш өлөшөн урман-дала биләй. Нефть, таш тоҙ, эзбиз, гипс, ҡом, доломит, бут ташы, ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар. Дөйөм алғанда, район майҙанының 63 процентын урман тәшкил итә.
Көнбайыштан — Ағиҙел, көнсығыш сигенән Егән аға. Уға Һикәҙе, Рәүҙәк, Һәләүек, Тәйрүк, Тор йылғалары ҡушыла. Төрлө оҙонлоҡтағы 40-тан ашыу йылға бар. Киң билдәле 20-нән ашыу тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Мәҫәлән, Берғамыт һыу сығанағы, Ҡуҡарауыҡ шарлауығы, Кәлимосҡан ҡаяһы, Торатау шиханы, Туғарсалған күле, Салауат, Хажы мәмерйәләре…
Урмандар төрлө йәнлектәргә бай. Һоро айыу, бүре, һеләүһен, төлкө, бурһыҡ, урман эте, һыуһар, мышы, ҡабан, Себер ҡоралайы күп. Йыш ҡына ҡама, ҡондоҙ, Америка шәшкеһе, һары шәшке, аҫ һәм башҡа йәнлектәр осрай. Шулай уҡ ҡор, һуйыр, сел, һоро ағуна, башҡа күп төрлө һыу ҡоштары төйәк итә. Дөйөм алғанда, йәнлек-хайуандарҙың — 60-тан ашыу, ҡоштарҙың 120-нән күберәк төрө бар.