Өҫтөнлөк – үҙебеҙҙең тауарға24.11.2015
27 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) Константин Толкачев рәйеслегендә “Импортты алмаштырыуҙы закондар менән тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр” тигән темаға парламент тыңлауҙары үткәрелә.

Сарала импортты алмаштырыуҙы ҡануни тәьмин итеү, уның республикалағы сәнәғәт комплексы менән бәйләнеше мәсьәләләре ҡараласаҡ, “Газпром”дың импортты алмаштырыу өлгөһө, ауыл хужалығы өлкәһендәге ошо процесты, ғалимдарҙың ҡаҙаныштарын сәнәғәт етештереүенә индереүҙе закондар менән көйләү юлдары тикшереләсәк. Шулай уҡ Башҡортостандың машиналар эшләү өлкәһендә импортты алмаштырыу проекттары менән таныштырасаҡтар.




Вернуться назад