Астан үлмәҫ өсөн ҡасҡандар24.11.2015
Нефтекама ҡалаһында 28 йәшлек ҡатын кескәй ҡыҙы менән улын фатирында бикләгән дә ҡайҙалыр олаҡҡан. Балалар дүрт көн ас ултырғас, тәҙрә аша ҡасып сығып киткән.

Хәлһеҙләнгән сабыйҙар туғандарына юлланырҙан алда әсәләренә хат яҙып ҡалдырған булған. Өйөнә ҡайтҡас, ҡатын яҙыуҙы уҡыған, шулай ҙа бер нисә көн буйы балаларының янына бармаған. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.




Вернуться назад