Көрсөктән эскелек ҡотҡарырмы?24.11.2015
Быйыл туғыҙ айҙа “Башспирт” етештергән араҡыны һатыу күләме былтырғы менән сағыштырғанда 11,8 процентҡа кәмегән. Компанияның генераль директоры Николай Князев әйтеүенсә, араҡыға ихтыяждың кәмеүе һөҙөмтәһендә республика ҡаҙнаһы ғинуар-сентябрҙә 224 миллион һумлыҡ акцизды алып еткермәгән.
Йыл башынан алып республикала иҫерткес эсемлектәр күләме йән башына 3,3 литрға тиклем түбәнәйгән. Николай Князев билдәләүенсә, Башҡортостанда хәл Рәсәйҙәгенән ҡырҡа айырыла. Ил буйынса араҡы эсеү күләме халыҡтың йән башына 29 литр тәшкил итә, беҙҙә иһә был күрһәткес 62 процентҡа кәмерәк.
Республикала “Башспирт”тың продукцияһын ғына түгел, ә бөтә легаль араҡыны ҡулланыу күрһәткесе төшкән. Был, һис шикһеҙ, ялған спиртлы эсемлектәрҙең күбәйеүенә бәйле. Тимәк, айыҡ тормошто үҙ итеүселәр арта, тип һығымта яһарға иртәрәк.