Үҫеш юлы табылды24.11.2015
Башҡортостан Хөкүмәте менән “Социнвестбанк” эшмәкәрлеген көйләгән “Рәсәй капиталы” етәкселеге 2016 йылдың аҙағына тиклемге хеҙмәттәшлек планына ҡул ҡуйҙы. Ул “Социнвестбанк”ты республика проекттарын финанслауға йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Был хаҡта “Рәсәй капиталы”ның идара рәйесе Михаил Кузовлев белдерҙе.

Документтың тексы менән асыҡтан-асыҡ танышыу мөм­кинлеге юҡ. Планлаштырылған проекттарҙы финанслау күлә­мен дә асыҡлап әйтмәй Кузовлев әфәнде. Өфө банкын республика технопарктары һәм технополистары резеденттарын кредитлауға йәлеп итеү күҙаллана, тине ул. “Социнвестбанк”тың ваҡытлыса хакимиәте етәксеһе Радик Әхмәтшин иһә әле Өфө инженерлыҡ селтәрҙәренә 650 миллион һумлыҡ кредит биреүҙәре, Дәүләкән һөт компанияһына ла аҡса бүлеүҙәре хаҡында белдерҙе. 18 райондағы, шул иҫәптән Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларындағы ҡаҙанлыҡтарҙы алмаштырыу программаларын кредитлау юлдары ла өйрәнелә.
“Социнвестбанк”тың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге проекттарҙы финанслауы ла ихтимал. Шул уҡ ваҡытта уның атамаһын һәм юлбарыҫ һүрәтләнгән логотибын үҙгәртеү күҙалланмай.




Вернуться назад