Ҡоролтайға көйлө хитап21.11.2015
Ҡоролтайға  көйлө хитап Башҡорттарым, һеҙгә бер һүҙ әйтәм,
Һүҙҙәремә ҡолаҡ һалһағыҙ.
Хур булмаҫһың, әгәр үҙ халҡыңдың
Тарихынан фәһем алһағыҙ.

Беҙҙең Абыҙ, Аҡай, Салауаттар,
Ҡараһаҡал, Айҙар, Күсемдәр –
Барыһы ла туған халҡы өсөн
Йәнен биргән алтын исемдәр.

Ирек өсөн, азат илкәй өсөн
Борондан уҡ килдек ҡырылып.
Уландарҙың ҡылған батырлығы
Милләтенә ҡайтты йыр булып.

Тарихыбыҙ бөйөк, данлы, ҡанлы...
Беләм уның йәнде өткәнен.
Еңел генә һөйләп ултырмайыҡ
Халҡыбыҙҙың ауыр үткәнен.

Бер кем килеп ярҙам ҡулы һуҙмаҫ,
Үҙебеҙҙән эште башлайыҡ.
Айыҡ аҡыл, теүәл зиһен менән
Киләсәккә ҡараш ташлайыҡ.

Заман заңы башҡа талап ҡуя,
Йәштәр белем атын менһендәр.
Беҙҙе моңло тиеп кенә түгел,
Зыялылар итеп белһендәр.

Сауҙагәрлек һис тә ғәрлек түгел,
Пәйғәмбәр ҙә булған сауҙагәр.
Милләт алға китмәҫ, эшҡыуарҙар
Үҫтермәһәк бөгөн беҙ әгәр.

Ил инәһе, ил ағаһы тигән
Бөйөк исем һеҙҙең иңдәрҙә.
Киң күңелле халҡыбыҙҙың данын
Таратайыҡ башҡа илдәргә.

Күсле булһа халҡың – көслө булыр,
Аҡтамырҙай башҡорт үрсеһен.
Сабаталар түргә эленмәһен,
Хөрмәт итһен күрше күршеһен.

Ил ҡеүәте – берҙәмлектә бит ул,
Ҡабатлайым быны мең ҡабат.
Башҡорттарҙың йөрәгенә үтеп,
Һеңеп ҡалһын ине был набат.

Һүҙҙән эшкә күсер ваҡыт күптән,
Тел сарлауҙар етте, туҡтаһын.
Өмөт менән баҡҡан халҡыбыҙға
Һуҙмайыҡ беҙ һүҙҙәр бутҡаһын.

Ә үҙебеҙ нимә эшләнек һуң?
Һүҙ һөйләйбеҙ ауыҙ тултырып.
“Халҡым” тиеп тамаҡ яра-яра,
Йомшаҡ креслола ултырып.

Инде бынау форсат ваҡыт килде,
Беҙ, башҡорттар, йоҡлап ятабыҙ.
Иле өсөн һуғышып шәһит булған
Олатайҙар исемен һатабыҙ.
Улар рухы беҙҙе ғәфү итмәҫ,
Улар беҙгә ләғнәт уҡырҙар.
Халҡыбыҙҙың сафын баҫып бара
Һаңғырауҙар менән һуҡырҙар.

Ишетмәйбеҙ зарын һәм күрмәйбеҙ
Аяныслы хәлле башҡортто.
Күпме ҡыҙың ят милләткә сығып,
Нәҫел ағасыңды ҡоротто.

Ауылдарҙа күпме ир-егеттәр,
Мохтаж булып ҡатын наҙына,
Киләсәккә өмөттәре һүнеп,
Батып бара эске һаҙына.

Күрмәйһеңме Алдар, Салауаттар,
Батыршалар, Ҡаһым түрәләр,
Илен һаҡлар, халҡын яҡлар улдар
Тыумайынса гүргә керәләр?!

Ер талана, беҙ битараф һаман,
Кәмһетелә беҙҙән телебеҙ.
Телһеҙ, ерһеҙ милләт йәшәй алмай,
Юҡҡа сыға – шуны белегеҙ!

Күрмәйһеңме изге Торатауға
Мәскәйҙәр ҡулын һуҙғанын?
Торатауҙы биреү – башҡорт өсөн
Киләсәген һатыу, уҙғанын!

Меңәр йылдар торған тау түгел ул,
Милләттең ул – рухи ҡәғбәһе!
Башҡортостан тигән баһадирҙың
Күкрәгендә типкән ҡәлбеһе*.

Ошоларҙы әгәр онотһағыҙ,
Затың ҡорор, ҡорор иманың.
Балаларың ғүмер итер ерҙә
Үгәйҙәре булып донъяның.

Башҡортомдоң ул-ҡыҙҙары, бына
Йыйылдығыҙ тағы Баш ҡорға.
Бал ҡорттары, гүйә, йыйылғандай
Сәскәләрҙән балдар ташырға.

Һеҙ шул балды илгә таратығыҙ,
Шифалары тейһен милләткә.
Бөгөн әгәр беҙ битараф булһаҡ,
Иртәгәһен төшөр ҡиммәткә!

Башҡорт улы, һиңә бер һүҙ әйттем,
Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң,
Башҡорт халҡы бөтә, тигән һүҙгә
Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң!
Ышанмаҫһың, ғәмһеҙ булмаһаң!
Ышанмаҫһың, маңҡорт булмаһаң!


————————
*Ҡәлб – йөрәк.


Вернуться назад