Рөхсәтең булмаһа, бар ҡайт!21.11.2015
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан 522 мигрантты тыуған яғына ҡайтарған.

Араларында Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Вьетнам, Төркиә, Молдова, Ҡаҙағстан илдәре вәкилдәре бар. Ғөмүмән, төбәктә рөхсәтһеҙ йәшәгән мигранттарҙы асыҡлау операцияһы даими үткәрелә. Һуңғыһы сентябрҙә ойошто­ролғайны. Был сарала 400 кешене тыуған яғына оҙатҡандар.




Вернуться назад