“Ҡыр ҡаҙҙары” хайран ҡалдырған21.11.2015
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры “Оле Лукойела ҡунаҡта” Бөтә Рәсәй фестивалендә төп бүләккә лайыҡ булды.

Коллектив унда Ганс Христиан Андерсендың билдәле әкиәте мотивтары буйынса “Ҡыр ҡаҙҙары” спектаклен тәҡдим иткәйне. Тамашаның режиссеры – Ольга Штырляева, рәссамы – Андрей Березовский. Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, жюри ағзалары актерҙар эшен юғары баһалаған. “Өфөләрҙең һөнәри оҫталығы, сәнғәтте ни ҡәҙәр нескә тойоуы хайран ҡалдырҙы”, – тип билдәләгән театр белгесе Наталья Райтаровская.
Йыйын Г.Х. Андерсендың тыуыуына 210 йыл тулыуға ба­ғышланған. Барлыҡ спектаклдәр дат әкиәтсеһенең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған.



Вернуться назад