Халҡыбыҙ күп уҡый21.11.2015
Башҡортостан илебеҙҙең иң күп уҡыған 20 төбәге иҫәбенә инде.

“Рәсәйҙең әҙәби флагманы” исеменә лайыҡ булыу өсөн шулай уҡ Бүрәт, Мари Иле, Саха (Яҡут), Сыуашстан республикалары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Әстрхан, Вологда, Киров, Кос­трома, Курск, Мурманск, Новгород, Орел, Һарытау, Тверь, Ульяновск өлкәләре, Ненец автономиялы округы, Хабаровск крайы көс һынаша.
“Иң күп уҡыусы төбәк” конкурсы ил субъекттары араһында тәүгә уҙғарыла һәм Әҙәбиәт йылын үткәреү буйынса мөһим сараларҙың береһе булып тора. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй китап сығарыусылар союзы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ. Еңеүсе 27 ноябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителәсәк.



Вернуться назад