“Һеҙҙең кәңәш ифрат мөһим”21.11.2015
Өфөнөң үҫеше, мәҙәни хәле, райондарының торошо ни хәлдә? Киләсәктә уның йөҙө ниндәй булырға тейеш? Үҫешкә нимәләр ҡамасаулай? “UrbanБайрам” III Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө йыйынында етәкселәр менән халыҡ араһында ошо турала асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уҙғарылды.

Сараның пленар ултырышында Өфөнөң 2030 йылға ҡәҙәрге стратегик үҫеш планына ярашлы иҡтисади үҫеш, кешелек мөмкинлектәре мәсьәләләре ҡаралды. Ҡаланың төҙөклөгө, уңайлылығы хаҡында фекер алышыу ҙа көн ҡаҙағында булды. Шуныһы ҡыҙыҡ: был эштәр ҡаҙнаның түгел, ә ҡаланың, республиканың яҙмышына битараф булмаған компаниялар иҫәбенә башҡарыласаҡ.
Йыйында ҡатнашҡан ҡунаҡтар, эксперттар менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов:
– Өфө – алдынғы, йәмле ҡала. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип белдерҙе.
Италиянан килгән архитектор Ико Мильоре Өфөнөң Туринға оҡшауын, милли үҙенсәлектәргә бай булыуын, шулай ҙа төрлө мөһим объекттарҙың бер-береһенән алыҫта урынлашыуын билдәләне, ике аралағы дуҫлыҡ бәйләнешенең нығыныуын теләне. Республика Башлығы уға яуап итеп:
– Киләсәктә эшлекле сәфәр ойошторорға кәрәк, – тине.




Вернуться назад