Фәнгә таянған абынмаҫ21.11.2015
Фәнгә таянған абынмаҫ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Рәсәйҙе һәм уның төбәктәрен яңыртыу шарты һәм факторы булған кеше потенциалын үҫтереү” ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында илдең Социологтар йәмғиәте президенты, профессор Валерий Мансуров, Юғары иҡтисад мәктәбенең демография институты директоры, профессор Анатолий Вишневский һәм М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры Сергей Бобылев менән осрашты.
Һөйләшеүҙә төбәгебеҙҙең ғилми ойошмалар менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ фәндең демографик сәйәсәтте формалаштырыуҙағы өлөшө тикшерелде.
– Киләсәктә һеҙҙең менән бәйләнеште киңәйтергә ниәтләй­беҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. – Хеҙмәттәшлектең формаларын тикшерергә әҙербеҙ. Фәнгә, берлектәге ғилми эшмәкәрлеккә таяныу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Профессор Анатолий Вишневский журналистар менән осрашыуында Башҡортостандың рейтингын күтәреүгә ҡарата фе­кер­ҙәрен белдерҙе. Уныңса, яңырыу эше урбанизацияға бәйле алып барылырға тейеш. Бының өсөн тәү сиратта заман технологиялары кәрәк, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу зарур.




Вернуться назад