“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Әҙәбиәт йылына бағышланған тантаналы сара булды. Унда республика Башлығы грантына ойошторолған “Яңы офоҡтар” әҙәби бәйгеһе еңеүселәре асыҡланды. Авторҙар диплом һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.Беренсе урынға ”Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин лайыҡ булһа, икенселә – журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова, өсөнсөлә – прозаик Артур Ҡазыханов. Уларҙы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов, Мәҙәниәт министрлығының бүлек мөдире Алһыу Сирғәлина тәбрикләне. Сарала шулай уҡ Гөлнара Мостафина, Рәйлә Сабитова, Тимур Рәхмәтуллин һәм Эльмира Ибраһимоваға рәхмәт хаттары, приздар тапшырылды.
– Еребеҙ таланттарға бай, – тип билдәләне жюри комиссияһы ағзаһы, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков. – Тимәк, киләсәккә өмөт менән ҡарай алабыҙ.
Мөнир ҠУНАФИН:– Бәйге этәргес көс бирҙе. Был күләмле әҫәрем ике йыллап тамамланмай ята ине. Гранттағы сумманы күргәс, баш самолет моторы кеүек эшләй башланы, һәм повесть бына алдығыҙҙа ята. Шаяртһам да, бында дөрөҫлөк тә бар: һәр иғтибар, һәр грант барыбер яңы асыштар, бейеклектәр алып килә. Унан барыһына ла файҙа: илгә лә, киләсәккә лә, әҙәбиәткә лә, йәш ижадсыға ла… Шуға теге йәки был ижади проекттарға һис тә аҡса йәлләргә ярамай. Ул барыбер үҙен аҡлаясаҡ. Был “Яңы офоҡтар”ҙа ғына ла йәш ижадсылар тарафынан бер роман, тиҫтә повесть ижад ителде. Шунан һуң йәштәр әҙәбиәткә килмәй тигән һүҙгә ышанырғамы-юҡмы?! Һөйөнөсөм шуға икеләтә: кеҫәм дә бер аҙ ҡалынайҙы, киләсәккә ышанысым да артты.