Милләтем менән мәрйә ҡыҙымын. Ҡалала тыуһам да, ауылда тәрбиәләнәм. Төрлө телдәрҙе үҙләштереүгә һәләтемде 1-се Иҫке Балтас урта мәктәбе уҡытыусылары асты. Улар етәкселегендә төрлө конкурста ҡатнашып, үҙ фекеремде киң йәмәғәтселеккә белдереп киләм. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла әйтер һүҙем бар. 2014 йылдың йәйендә миңә “Йәйләү” лагерында ял итеү бәхете тейҙе. Ундағы ихлас, йылы мөхитте һис оноторлоҡ түгел. Был лагерҙың маҡсаты – төбәккә исем биргән халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын өйрәтеү, билдәле шәхестәре менән таныштырыу, аралашыу оҫталығын нығытыу. Ике аҙна ваҡыт эсендә мин матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнеп ҡайттым! Яҡындарым минән был телдәге һүҙҙәрҙе ҡабатлатып, һөйләмдәрҙең ни ҡәҙәр аһәңле яңғырауын таң ҡалып тыңланы. Әсәйемдең “Һөйләшеүең ҡолағымды иркәләй!” тигән һүҙҙәрен әле булһа иҫкә алам. Мәктәп программаһы буйынса башҡорт телен өйрәнеүгә сәғәт бик аҙ бирелеүгә ҡарамаҫтан, яратып өлгөргән “Йәйләү”емдең, рухлы тәрбиәселәремдең, күңелемә яҡын дуҫтарымдың (беҙ улар менән илашып айырылыштыҡ, һаман да аралашып йәшәйбеҙ) ярҙамында ғилемем ныҡлы. Өҫтәүенә милли китаптар уҡыйым, телевизион тапшырыуҙар ҡарайым, белемемде арттырыуҙы дауам итәм.
“Йәйләү”ҙән ҡайтҡас, уҡытыусым Гөлсирә Мөҡимова етәкселегендә инша, мәҡәләләр яҙып, төрлө конкурста ҡатнаштым. Иң иҫтә ҡалғаны – “Башҡортостан” гәзите ойошторған бәйгелә еңеүем һәм Өфөлә редакцияла осрашыу. Мин унда милли телдә сығыш яһаным. Мәрйә ҡыҙының шулай рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп тороуы журналистарҙы таң ҡалдырҙы.
Ошонан сығып, Ҡоролтайға балалар өсөн дәүләт телебеҙҙе өйрәнеү мөхите булдырыу кәрәклеген әйткем килә. Предметты бәләкәйҙән уҡыу – бер, ә бына башҡортса ғына һөйләшеп, был милләт вәкилдәре менән аралашып, уларҙың мәҙәниәтенә инеп китеү – бөтөнләй икенсе. Матур итеп аралашырға өйрәнгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың!
Хөрмәтле Ҡоролтай делегаттары! “Йәйләү” кеүек башҡорт лагерҙарының эшмәкәрлеген киңәйтеү, уларҙың тәжрибәһен киң ҡулланып, ошондай милли майҙандарҙы тағы ла күберәк булдырыу мәсьәләһе тураһында оло йыйында һүҙ алып барыу урынлы булыр ине. Минең өлөшкә төшкән бәхет тағы ла күп үҫмер ҡыҙҙарға һәм малайҙарға тәтеһен!
Тамара ГУСЬКОВА,
1-се Иҫке Балтас урта мәктәбенең ХI класс уҡыусыһы.