Шишмәне һаҡлайыҡ21.11.2015
Тыуған төйәгем Ҡотлоғужа тарихи ваҡиғаларға һәм ҡомартҡыларға бай. ХVIII быуат баштарында бында йәшәгән батша хеҙмәтендә танылған Ҡотлоғужа Сапарғолов хөрмәтенә атағандар ауылды. Элекке исеме һаҡланмаған кеүек, старшинаның үҙе тураһындағы яҙма ла беҙҙең заманғаса килеп етмәгән. Үкенесле, әлбиттә.

Әле һөйләр һүҙем иһә “Баш һыуы”­на бәйле. Межа тауында миллион йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән аҡ ҡом һәм уның геологик юлдашы аҡ балсыҡ тупланмаһынан бер аҙ түбәндәрәк ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмә ул.
Ғәмәлдә ошо тиңдәшһеҙ сафлығы, шифаһы менән дан тота “Баш һыуы”. Район гәзите “Звезда”ның баш мөхәр­рире Федор Кулагин раҫлауынса, был шишмә бөйөргә таш ултырыуҙан һаҡ­лай. Стәрлетамаҡтан, Өфөнән килеүселәр ҙә ошоға оҡшаш фекерҙе ҡабатлай. Күп йылдар элек район хакимиәтенең һорауы буйынса абруйлы ойошма вәкилдәре, тикшеренеү үткәреп, был һыуҙың сафлығын беренсе категорияға индереп, рәсми документты раҫлаған. Кемдер эсемлекте баллонлап һатыу өсөн йыһаз ҡорорға ниәтләгән, ләкин ағым күләменең етерлек булмауы ҡамасаулаған. Мохтаж­лыҡ кисергән ҡала кешеләре һыуҙы үҙ машинаһында ташып файҙаланыуҙы дауам итә.
Ләкин бында кире күренештәр ҙә байтаҡ. Килеп-китеүселәр шишмәне ҡурсалау тураһында хәстәрлек күрмәй. Ошонда машина йыуалар, сүп-сар таш­лайҙар. Бер биҙрәһе алтын бәрә­бә­ренә торошло шишмә һыуын ҡул­ланып, техникаларын юл бысра­ғынан арындыралар. Киҫәтеү һүҙе әйтермен тимә, “Какое твое дело!” – тип екереп, ҡул күтәрергә лә күп һорамайҙар.
Шишмә ауылдаштарға бик кәрәк. Түбән остағылар, ике саҡрым атлап килеп, һыуҙы көйәнтәләп алып ҡайта. Юшҡын да шишмә һыуын ҡайнатыуҙан юҡҡа сыға.
Шундай тәҡдимем бар: “Баш һыуы”н ауыл ҡурсаулығына алып, уны һаҡлау сараһын күрергә кәрәк. Юридик статус бирелһә, урындағы хакимиәт тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш алымдарын булдырыр ине. Ғөмүмән, һәр ауыл биләмәһенә үҙ ҡурсаулығын асыу мөм­кинлеген бирергә ваҡыт. Изге ерҙәрҙе тәләфләүгә сик ҡуйырға бурыслыбыҙ.
Кескәй “Баш һыуы” беҙ бала саҡта апаруҡ мул ине. Бөтөнләй юғалмаһын өсөн сара күрмәй ҡалыу ҙур гонаһ буласаҡ.






Вернуться назад