Изге эштән ситтә ҡалма, башҡортом!21.11.2015
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа анемия, лейкоз, лимфома кеүек ҡан ауырыуҙары, тотош ил күрһәткестәренә ҡарағанда, айырыуса киң таралған. Сирҙәрҙең иң күбеһе балалар иҫәбенә тура килә.

Химия һәм радио терапияһы ауы­рыу­ҙы “баҫыу” ысулы ғына булып тора. Фәҡәт електе күсереп ултыртыу ту­лы­һынса дауаланыу мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән пациенттар С.Морш исемендәге халыҡ-ара регистрға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
Електе күсереп ултыртыу донор менән реципиенттың үҙ-ара биологик ярашлылығына бәйле. Шуға иң тәүҙә бер туған һеңлеһе менән ағаһын йәки, киреһенсә, апаһы менән ҡустыһын лабораторияла тикшереп ҡарайҙар. Ярашлылыҡ ихтималлығы – 30 процент. Әгәр бер туғандар ген, ҡан күрһәткестәре буйынса бөтөнләй бер-береһенә тура килмәһә, халыҡ-ара һөйәк мейеһе донорҙары регистры – Германиялағы С. Морш исемендәге фонд – аша донор эҙләй башлайҙар. Европеоид расаһына ҡарағандарға үҙ донорын табыу күпкә еңелерәк һәм уңышлыраҡ. Є тулыһынса дауаланыу өсөн гендарҙың тура килеүе 95 процент тәшкил итергә тейеш. Башҡорт­останда был мәсьәләне хәл итеү күпкә ауырыраҡ. Кәрәкле донорҙарҙы айҙар, ҡайһы саҡ хатта йылдар буйы эҙләргә кәрәк. Был башҡорттарҙың етди гематологик сирҙәрҙән үлеү осраҡтарын арттыра. Бының сәбәбе – халыҡ-ара регистрҙа башҡорт генотибындағы­ларҙың бик аҙ табылыуында. Шул уҡ ваҡытта хатта АЉШ-та башҡорттарҙың үҙҙәренә тура килгән донорҙарҙы нисектер табыуы – ҡыҙыҡлы күренеш. Ләкин был – икенсе тема.
Күп һанлы фәнни мәҡәләләргә, шул иҫәптән Р.М. Горбачева исемендәге Балалар гематологияһы һәм трансплантология ғилми-тикшеренеү инсти­туты­ның гематология, транс­фузио­логия һәм күсереп ултыртыу кафедраһы мөдире, профессор, медицина фәндәре докторы Дмитрий Кулагиндың хеҙмәттәренә ҡарағанда, генетик йәһәттән оҡшаш донорҙы эҙләгәндә милли фактор бик ҙур роль уйнай. “Көнбайышта башҡорттар өсөн эҙләп табылған донорҙар ҡасандыр күсенеп киткән ошо милләт вәкилдәрелер, моғайын”, – ти ул. “Республикала үҙебеҙҙең “милли регистр” булғанда, башҡорттар өсөн кәрәкле донорҙарҙы табыу еңел булмаҫ инеме?” тигән һорауыма профессор: “Әлбиттә”, – тип ыңғай яуап бирҙе.
Был башланғыс эште күпкә еңелләштерер һәм әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалыр ине. Єлеге ваҡытта Р. М. Горбачева исемендәге Балалар гематологияһы һәм трансплантология ғилми-тикшеренеү институты етәксе­леге менән альтернатива тураһында һөйләшкәнмен. Был институттың хеҙмәттәше булған венчур фондтар­ҙың береһе Башҡортостандан донор­ҙар­ҙы йәлеп итеү өсөн ҡиммәтле HLA процедуралары өсөн түләргә әҙер. Әйткәндәй, беҙҙең республика – илебеҙҙә кәрәкле донорҙы эҙләү буйынса иң проблемалы төбәк.
Електе күсереп ултыртыу буйынса төбәк регистрын ойоштороуҙың еңел булмаҫын аңлайым. Әммә беҙҙең Санкт-Петербургтағы донорҙарҙың берҙәм базаһын тултырыу мөмкинле­гебеҙ бар. Єйткәндәй, был ғәмәлде һәр кем үҙ ирке менән, бушлай һәм аноним рәүештә атҡара ала. Биологик материалды йыйыу процедураһы һыҙланыу­һыҙ үткәрелә һәм кешенең һаулығы өсөн зыянлы түгел. Уның ике юлы бар – бер урынға ғына бирелгән наркоз аша һәм ҡандағы көпшә күҙәнәктәрен һайлап алыу.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорт­тар миллиондан саҡ ҡына күберәк. Берҙәм көс менән бер генә йәш милләттәшебеҙгә ярҙам итә алһаҡ та, тимәк, бушҡа тырышмайбыҙ һәм ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Әгәр һәр башҡорт үҙен айыҡ аҡыллы, аңлы кеше тип иҫәпләй икән, HLA-ға ҡан биреп, волонтер программаһында ҡатнашыр, уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индерер тип уйлайым.

Радмир МӨФТӘХИН,
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.



Вернуться назад