“Эшләргә лә эшләргә әле беҙгә”21.11.2015
“Эшләргә лә эшләргә әле беҙгә” II Бөтә донъя башҡорттарының ҡоролтайында ойошманың Башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мәжитовтың сығышынан өҙөк (Өфө, 2002 йыл, 14 июнь).

Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ этностарҙың мәнфәғәте менән мохтаж­лығын яраштырыу, милли мөнәсәбәттәр даирәһендә закондар сығарыуҙы әүҙем алып барыу, киң күләмле съездар уҙғарыу һәм башҡа мөһим саралар республиканың ҡеүәтен арттырыуға, халыҡты тупларға ярҙам итте. Иң мөһиме – ата-бабаларыбыҙ берлектәге тырыш­лыҡ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килтергән мираҫты – үҙ-ара дуҫлыҡты, рухи берҙәм­лекте – һаҡлап ҡала алдыҡ. Халҡыбыҙ нисек хеҙмәттәшлек итеү, изгелек ҡылыу, бер-береңде хөрмәт итеү юлдарын барлыҡ илгә күрһәтте.
Республикала йәшәгән һәр милләттең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре бар, әммә башҡортостандарҙың бөтәһенә лә бер-береңдең хәленә инеү, ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙыу ғәҙәте хас. Яңы үҫеш баҫҡысына бергәләп күтәрелеү мөһим – беҙҙең дөйөм тарихи яҙмышты билдәләгән тәғлимәт шул.
Этностар мәҙәниәте берләштерелә, халыҡтар ассимиляцияға дусар була, күп телдәр юҡҡа сыға. Бындай шарттарҙа башҡорттарға һәм республикалағы бүтән милләт вәкилдәренә нимә эшләргә? Иң мөһиме – ҡул ҡаушырып ултырырға те­йеш түгелбеҙ. Башҡортостандағы бар­лыҡ халыҡтарҙың милли теләктәшлеге талап ителә.
Халыҡтың бөйөклөгө уның башҡалар менән аралаша алыу һәләтендә сағыла. Шул уҡ ваҡытта башҡорт мәҙәниәте, респуб­ликалағы башҡа этностарҙыҡы кеүек үк, яҡлауға мохтаж. Яңы Башҡорт­останды беҙҙең халыҡҡа тарихтың киҫкен боролоштарында һаҡланып ҡалырға ярҙам иткән традицион ҡиммәттәргә һәм күп быуатлыҡ тәжрибәгә таянып ҡына төҙөп була.
...Милләтебеҙҙең тиҫтәләрсә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемалары бар. Әйтәйек, мәғариф өлкәһендә байтаҡ уңыш ҡаҙанһаҡ та, Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, ҡайһы бер күрһәткестәр, мәҫәлән, студенттар һаны буйынса, һиҙелерлек артта ҡала­быҙ. Ғәмәлдә юғары һөнәри мәктәп ки­мәле республиканың иҡтисади ҡеүәтенә тура килеп бөтмәй.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты башлан­ғысы менән Өфө, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошо тикшерелде. Күренеүенсә, эште ойоштороуҙа күпмелер алға китеш бар, ләкин хәл итәһе бурыстар ҙа байтаҡ. Райондарҙа ла был йәһәттән проблемалар аҙ түгел. Һөҙөмтә булһын өсөн милли мәҙәниәтте пропагандалау буйынса барлыҡ йәмәғәт­селектең эшмәкәрлеген әүҙемләште­рергә кәрәк.
Халҡыбыҙ ерҙе һатыуға ҡырҡа ҡаршы. Башҡорттоң борон-борондан килгән байлығы хосуси милеккә күсергә тейеш түгел. II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғтибарына шуны еткерергә теләйбеҙ: Башҡарма комитетҡа ергә аҫабалыҡ хоҡуғын тергеҙеү тураһындағы хаттар бер өҙлөкһөҙ килә.
Хөрмәтле милләттәштәр! Ватаныбыҙ Башҡортостан ысын мәғәнәһендә яңырыу осорон кисерә. Нимә теләйһең, шуны эшлә: ғаилә ҡор, йорт күтәр, балалар үҫтер, олатайҙарҙан ҡалған йолаларҙы, милли мәҙәниәтте, телебеҙҙе һаҡла, үҫтер, уларҙы йәш быуынға еткер. Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә беҙгә эшләйһе лә эшләйһе әле. Ысынбарлыҡта, хеҙмәт урыны юҡ, тип ҡаңғырып йөрөгән, эскелек, тәмәке тартыу кеүек заман ауырыуҙары менән йонсоған милләттәштәребеҙ байтаҡ. Ауылдарҙағы өйләнмәгән егеттәребеҙҙең һәм ҡалала кейәүгә сыға алмай көн иткән ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмышы һәр беребеҙҙе борсорға тейеш. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы ошо етешһеҙлекте бөтөрөү, башҡорт ғаиләләренең тормошо мул, балаларҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһын өсөн бик күп эшләргә тейеш. Был маҡсатҡа өлгәшеү – һәр беребеҙҙең изге бурысы.
Башҡорттарҙың 40 проценты Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Пермь, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмурт республикаларында йәшәй. Уларҙың үҙ балаларын туған телдә уҡытыу мөмкинлеге сикләнгән. Хөкүмәтебеҙ ошо субъекттарҙың хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә уларға уҡытыусылар, дәреслектәр менән ярҙам итергә тырыша, ләкин был ғына аҙ. Дөйөм Рәсәй ҡануниәтенең, ил раҫлаған халыҡ-ара документтарҙың эшләүе зарур, әммә улар финанс, хоҡуҡи һәм башҡа механизмдар аша нығытылмаған. Ҡоролтайҙа ҡатнашҡан төрлө өлкә һәм республикаларҙың етәкселәренә беҙҙең проблемаларҙы аңлағандары һәм күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙәге башҡа хужалар менән аралашҡанда йыш ҡына вайымһыҙлыҡҡа тап булабыҙ. Башҡорт халҡының ябай ғына милли-мәҙәни, рухи ихтыяжын үтәү кәрәк булғанда, был етәкселәр йә өндәшмәй ҡала, йә асыҡтан-асыҡ баш тарта. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итеүҙә һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ.
Башҡорттарҙың Үзбәкстанда, Себерҙә, алыҫ төньяҡта ҙур диаспоралары бар. Бөгөн күптәр тыуған яғына ҡайтырға теләй. Был – тәбиғи ынтылыш. Күсенеүселәр билдәле льготалар биргән дәүләт программаларына ярашлы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Тиҫтәләрсә мең башҡорттоң илһамланып үҙ еренә ҡайтырға теләүен хупларға ғына кәрәк.


Вернуться назад