Үҫеш векторы – мәғрифәтселек20.11.2015
Үҫеш векторы – мәғрифәтселек IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе йәштәр ҡоролтайы үтте. Был рәсми ҡоролтай түгел ине. Унда оло йыйынға делегаттар һайлау кеүек ығы-зығы булманы, отчеттар яһалманы, йәштәр тиҙ үҙгәреп тороусы заманда башҡорт милләте алдындағы бурыстарҙы асыҡлау, дөйөм интеграция, глобализация шарттарында милли асылды юғалтмау һәм донъяуи тенденцияларҙы күҙ уңында тотоп, киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәрен билдәләү өсөн йыйылды.
Ике мәркәз йәштәре. Кемдәр улар? Улар төрлөләр: студент, эшҡыуар, төҙөүсе, янғын һүндереүсе, дәүләт хеҙмәткәр­ҙәре... Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур, Һары­тау тарафтарынан йыйылып, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта көн күрә, белем эстәй, камиллаша... Улар төрлө, әммә рухтары бер һәм ныҡ.
Ниндәй улар?
1. Улар азат. Сәйәси, ижти­мағи азатлыҡ тураһында түгел һүҙ, рухтары азат уларҙың. Даирә киң, фекерҙәре ирекле. Үҙ баһаһын, хаҡтарын тоя белә улар. Өфөлә йыш ҡына азат­лығыбыҙҙы дәүләт тә, власть та түгел, ә үҙебеҙ сикләйбеҙ, башҡаларҙың фекере, ҡарашы сикләй. Һәр аҙым өсөн, кем нимә тип әйтер, тип шик­ләнәбеҙ. Ә әлеге ике баш ҡала йәш­тәрендә был тойолмай. Улар – пионерҙар, сиҙәм күтәреүсе­ләр... Вәлиди, Бабич, Ғәлимов Сәләм, Рәшит Назаров, Рәми кеүек... Ижтимағи аңды тик йәштәр генә (һәм тик йәштәр генә) үҙгәртә, алыштыра ала... Башҡорт тарихын ҡарағыҙ... Донъя тарихына күҙ һалығыҙ...
2. Ихтирамлы һәм иғти­бар­лылар. Бер-береһенә, башҡа­ларға... Өлкәндәргә лә... Әммә улар беҙҙең быуын кеүек өлкән ағайҙарға араҡы ташымаясаҡ... Ололарға ихтирамлы улар... Тик ихтирамда ҡурҡыу юҡ... Ялған яһалмалыҡ юҡ... Ярамһаҡ­ланыу юҡ... Һәр кемде аныҡ эш өсөн баһалайҙар, һүҙ өсөн түгел... Уларға һинең звание, награда, вазифаларың мөһим түгел, һинең эшең кәрәк. Улар өсөн ике яҡлы стан­дарттарға урын юҡ... Атайҙар менән балалар араһында конфликт булдырырға маташмай­ҙар, әммә шартлы йолаларға баш эйеп, үҙ юлынан да тайпылмаясаҡтар.
3. Улар сит мөхиттә үҙ-үҙен күтәрә алған. Йәғни бер кемгә лә бурыслы түгелдәр. Бер кемгә лә!.. Бурыслы түгел... Әммә яуаплыл­ыҡтан баш тартмайҙар. Халҡы­ның, милләтенең һәм респуб­ли­каның киләсәге өсөн яуаплы­лыҡтан!
4. Маҡсаттары аныҡ. Милли ижтимағи аңды ла, халыҡ хәлен дә яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙең асыҡ юлын билдәләгән улар. Батша ла, Дәүләт Думаһы ла, башҡа дәүләт институттары ла – бер кем дә – үҙгәртмәйәсәк! Бары тик алдынғы ҡарашлы кеше­ләрҙең дөйөм массаһының артыуы ғына милләтте яңы кимәлгә күтәрәсәк... Ә бының берҙән-бер юлы – МӘҒРИФӘТ! Яңы мәғрифәт! Белем алыу, уҡыу, донъяуи аңды үҙләште­реү. Заман талаптарын дөрөҫ билдәләү һәм шул талаптарға ыңғай яуап биреү. Страус һымаҡ башты ҡомға тығып ултырыуҙан алға китеш булмаҫ. Тиңдәр араһында тиң булып, үҙеңде раҫлау. Хатта Мәскәү кимәлендә. Питер шарттарында. Азат Баҙранов, Фатима Янбаева, Илдар Кинйәбулатов кеүек... Уларҙы күптән белә инем... Әле Марат Төхвәтуллин, Рәмилә Хәсәнова, Эльвина Хужәхмәтова, Радмир Мөф­тахин, Илсур Назаров, Илфат Ишҡаев, Мәрйәм Уйылданова, Зәкиә Ҡунаева, Динара Ҡужа­шева менән таныштым... Өмөтләнеп, илһамланып ҡайт­тым... Милләттең киләсәгенә шик кәмей төштө...

P.S. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡара­мағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Альберт улына рәхмәт! Яҡты йөҙө, тәмле сәйе өсөн! Йәш­тәргә булған мөнәсә­бәтенә ҡарап, Башҡорт­остандың ысын вәкиле булыуын аңланым...



Гөлфиә ДИНИСЛАМОВА,
Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:


– Ҡала башҡорттары ҡоролтайы беҙҙә 1990 йылда ойошторолғайны. Сирек быуат эсендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙы һанап тормай ғына, уларҙың иң әһәмиәтлеләренә туҡталмаҡсымын. «Башҡортостан халыҡ­тары телдәре тураһында»ғы Закондың үтәлеше һәр саҡ беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Был йәһәттән ҡала хакимиәтенең терминология комиссияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Туған телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү маҡсатында беҙҙә бына етенсе йыл инде башҡортса “Аҡ ҡалам” гәзите нәшер ителә. Мөхәррире Ирина Уйылданова баҫманы уҡымлы итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Республикабыҙҙа сыҡҡан милли матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы ойоштороуҙа ҡоролтай ағзалары даими ҡатнаша, ә башҡорт гимназияһы уҡытыусылары барыһына ла өлгө күрһәтә.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында алда торған бурыстарҙы ла барланыҡ. Дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа һәм мәҙәниәт йорттарында башҡорт телендә тағы ла күберәк, йөкмәткелерәк саралар үткәрергә, республика тарихын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, матур йолаларын өйрәнеүҙе һәм пропагандалауҙы тағы ла йәнләндерергә уйлайбыҙ. Яңы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, театр, фольклор һәм вокал төркөмдәре, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле ойошторорға ниәтләйбеҙ.
Эшһеҙлек проблемаһын ыңғай хәл итеүгә ниндәйҙер өлөш индереү маҡсатында башҡорт милләтенән булған йүнселдәргә ярҙамды мөһим бурыс итеп ҡуйҙыҡ. Ҡала йәштәре ҡоролтайының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, милләтебеҙҙең киләсәк быуыны вәкилдәрен сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатында экологик акцияларға тотонорға иҫәбебеҙ бар.
Республикабыҙҙың күп кенә төбәктәре өлгөһөндә ҡалабыҙҙа ағинәйҙәр ҡорон булдырыу теләге менән дә янып йөрөйбөҙ. Оло йәштәгеләр менән берлектә Ағиҙел ҡалаһы урынлашҡан Краснокама районы ерендә милли кейем өлгөләрен, үҙенсәлекле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү, уларҙы тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса саралар планлаштырабыҙ.
Яҡындағы ҡала һәм райондарҙағы башҡорт ҡоролтайҙары менән бәйләнеш­тәрҙе киңәйтергә ине. Маҡсатыбыҙ – үҙ донъябыҙға бикләнеп ятыуҙан ҡотолоп, бергәләшеп халҡыбыҙ мәнфәғәтендә матур эштәр атҡарыу.

Ләйсән ЙОСОПОВА,
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең беренсе урынбаҫары:


— Үҙ еренең, иленең тарихын белеп үҫкәндәр, халҡының мәҙә­ниәтен хөрмәт иткәндәр башҡа мәҙәниәттәргә һәм йолаларға ла иғтибарлы, ихтирамлы була.
Толерантлыҡ күп милләтлелек шарттарында тиҙерәк формалаша. Сөнки тәжрибә туплана, сәйәси ҡанундарҙың да камиллашыуы күҙәтелә.
Берҙәмлек, күп милләтлелек – беҙҙең рухи байлыҡ. Бөгөн беҙ маңҡортлоҡтан арынып, милли мәҙәни һәм ижтимағи институттарҙы көсәйтә алабыҙ. Бының өсөн һәр беребеҙ «Рәсәй халыҡтарының мәҙәни үҫеше һәм Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу (2014 – 2020)» федераль программаһын иғтибар менән өйрәнеп, уның положениеларына таянып, милли мәсьәләләргә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында, минең­сә, йәмәғәт әүҙемдәре күп. Мәҫәлән, А. Инан исемендәге китапханала үткән саралар иғтибарға лайыҡ. “Шиғри минуттар” тип исемләнгән әҙәби кафела В. Баймырҙина, Р. Ғәлимоваларҙың өр-яңы шиғырҙа­рын уҡып ишеттереүе, М. Ҡаһар­манованың “Күңелем йылы теләй” исемле китабы буйынса фекер алышыу – барыһы ла яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ағинәйҙәр ойошмаһы Стәрлета­маҡ ҡалаһында 2014 йылдан башлап уңышлы эшләп килә. Етәксеһе – Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова. Күптән түгел ағинәйҙәребеҙ “Йәнтөйәк” тапшырыуында (СТВ каналында) ҡатнашты. Улар бала­ларҙы “Кәкүк сәйе” байрамы менән таныштырҙы. Киләсәк быуынды үҙ еренең, иленең хужаһы, халҡы өсөн янып торған шәхес итеп тәрбиәләү йәһәтенән әйтеп үткән саралар мөһим әһәмиәткә эйә.
«Шәжәрә байрамы», «Ашҡаҙар таңдары» фәнни-ғәмәли конференциялар Стәрле­тамаҡта уҙғарылып торасаҡ. Беҙҙең Стәрле – мәҙәни ҡала. Башҡорт йыйындары бар һәм буласаҡ бында.

Мәхмүт СӘЛИМОВ,
Дондағы Ростов ҡалаһынан делегат:


— Үҙем өсөн башҡорт йәштәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең өс ҡағиҙәһен астым. Беренсеһе – Тыуған илгә хеҙмәт итеү, Ватанды яратыу, икенсеһе – ата-әсәңә хөр­мәт, өсөнсөһө – башҡорт халҡының тарихын белеү. Ошо ябай ғына өс ҡағиҙә нигеҙендә бик һөҙөмтәле эш алып барырға мөмкин. Әлбиттә, бар бурыстарҙы ла илһөйәрлеккә, ватансылыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалырға теләмәйем, беҙгә киңерәк фекер йөрөтөргә ваҡыт.
Дондағы Ростовта бөгөн 1,5 мең самаһы башҡорт йәшәй. Башҡорт-татар яҡташтар ойошмаһы эшләп килә. Ошо көндәрҙә “Урал” башҡорт берләшмәһенең исем туйын үткә­рергә йыйынабыҙ. Иҫтәлекле бай­рам­дарыбыҙ ҙа, осрашыуҙарыбыҙ ҙа, кисәләребеҙ ҙә бергә үтә, сөнки тамырҙарыбыҙ бер. Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан хал­ҡына рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙе онотмайҙар. Терәк-таяныс тойоп йәшәйбеҙ.

Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ,
Башҡортостандың
Гуманитар тикшеренеүҙәр
институты директоры:


– Милләтебеҙ ҡотҡарыуға мохтаж түгел, шул иҫәптән иҡтисади яҡтан да. Әхмәтзәки Вәлидиҙең васыятын үтәргә тырышырға ғы­на кәрәк, ә ул маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп шарты – төшөнкөлөккә бирелмәү. Бурыс тәү нәүбәттә беҙҙең зыялыларға ҡағыла.
Башҡорттар – өмөтлө халыҡ. Борондан быуындан быуынға тапшырылып килгән дәрт-дарманды көсәйтергә кәрәк. Әлеге заманда беҙгә үҙ асылыбыҙға ҡайтыу мөһим. Ябай кешеләрҙә ул асылды аңлау бар, әммә беҙҙең яҙыу­сыларҙың, ғалимдарҙың күбеһе ха­лыҡ­тан ныҡ айырылған. Шул уҡ ҡоролтай вәкилдәренә лә үҙҙәренә талапты арттырыу зарурҙыр. Бигерәк тә йәштәрҙең әүҙем, киң ҡарашлы булыуын теләйем. Тәүге үҙгәрештәр баштарҙа була, иҡтисадта иһә – күпкә аҙағыраҡ. Лидерҙар булыр, кәрәк саҡта халыҡ уларҙы үҙе әҙерләп сығарыр.
Йәштәрҙе уҡытырға, белем алыуға ынтылыштарын артты­рырға кәрәк, әммә ерҙән айырмай ғына. Аныҡ эштәргә бағышлаһын ине улар ғүмерҙәрен.
Урбанизацияға һағайып ҡарарға ярамай. Ул халыҡтың заңын үҙгәртә. Әлегә башҡорттоң яртыһы тиерлек ошо процесты үткән. Шул уҡ ваҡытта урбанизация туҡтаманы. Ҡалаға күпләп күсенеүҙең беренсе этабында тел, дин, йәшәү рәүеше бөтөү сигенә етһә, хәҙер беҙҙең аң үҙгәрә. Ләкин бәлә һалырға иртә, сөнки урбанизация менән бер рәттән модернизация ла бара, ә ул процесс эсендә милләттең заман шарттарында үҙ-үҙен һаҡлау һәм үҫтереү һәләте артыуы күҙәтелә. Халҡыбыҙҙың тарихында яңы күтәрелеш дәүере көтөлә.

Юлай ҒӘЛИУЛЛИН,
“Квадрат С” фирмаһы
директоры:


– Илебеҙҙәге 130-ҙан ашыу ха­лыҡ араһында беҙҙекеләр иң ярлыһы тип иҫәпләүселәр бар. Килешмәйсә сара юҡ. Күптәр “алма, беш, ауыҙыма төш” тип ҡул ҡаушырып ятырға өйрәнде. Шуға ла бәрәкәт юҡ халҡыбыҙҙа. Үҫеш өсөн төп шарт – хәрәкәт.
Иҡтисади йәһәттән әүҙемлек, һөҙөмтәлелек булһын өсөн тарих­ҡа нығыраҡ иғтибар итәйек. Борон башҡорт ер эшенә әллә ни әһә­миәт бирмәгән, шуны белмәгән­лектән хәҙер күптәребеҙ иген үҫтереп байырға ниәтләнә лә ауыҙҙары бешә. Башҡорт­остан­дың тәбиғәт шарттары ҡырыҫ бит. Ә бына малсылыҡ өсөн мөм­кин­лектәр киң. Ата-бабабыҙ юҡҡа ғына йылҡысылыҡты төп шөғөл­дәрҙең береһе итмәгән. Ошо тармаҡты көсәйткәндә, бәрәкәт килер ине, тип уйлайым. Бәлки, ул саҡта ат спорты яңыса үҫеш алыр, халыҡ кәсептәре терге­ҙелер, тире ҡабул итеү пункттары ла, күн эшкәртеү цехтары ла, йылҡы ите, ҡаҙы-ял етештереүсе комбинаттар ҙа гөрләп эшләп китер...
Йәштәрҙе өйләндереү мәсьә­ләһенә етдиерәк ҡарарға кәрәк. Исмаһам, 23-24 йәштә башлы-күҙле булһындар ине. Юғиһә 35-те үтеп китәләр, унан һуң күпме генә бала табып өлгөрәһең инде? Иртә кәләш алғандар шулай уҡ ир ҡорона тиҙерәк инә, сөнки ғаилә башлығы булыу яуаплылыҡҡа өйрәтә. Ислам дине лә юҡҡа ғына ваҡытында өйләнеүҙе талап итмәй бит. Ошо мәсьәләгә иғти­барҙы арттыр­ғанда милләтебеҙ вәкилдәре араһында көслөләр, яуаплылар, йүнселдәр бермә-бер күбәйәсәк.


Вернуться назад