Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт крәҫтиәнде төрлөсә һынай. Әммә ерҙе яратҡан уңғандар һәм ныҡыштар, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сәсергә, урырға, уңыш алырға тырыша. Иң мөһиме — ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан колхоз-совхоздар урынына үҙ хужалығын булдырып, халыҡты эшле итә.Шундай уңғандарҙың береһе — Йылайыр районынан Венер Тусалин. Уның эшҡыуарлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Фермерлыҡ эшенә тәүҙә атаһы Юлай Әхмәтша улы тотона, артабан дилбегәне улына тапшыра. Сибай педагогия училищеһында, аҙаҡ Стәрлетамаҡта юғары белем алған егет төрлө китап уҡый, бизнес-план төҙөү юлдарын өйрәнә, башҡаларҙың эше менән ныҡлап таныша. Сибай, Өфө ҡалаларында фермерлыҡ буйынса ойошторолған курстарға йөрөй, Мәскәүҙә белемен арттыра. Һөҙөмтәлә заманса ҡарашлы, алдына аныҡ маҡсат ҡуйған ир-уҙаман бөгөнгө эшмәкәрлеген өс йүнәлештә ойошторған.
Аукцион аша диләнкә һатып алып, уны эшкәртеп һата: кемгәлер — ағаслата, икенселәренә — таҡталата, өсөнсөләренә — утынлата. Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡараған Сидоровка ауылы янында тәүҙә 40 гектар майҙанда иген сәсә башлаған фермерҙың бөгөн 650 гектар баҫыуы бар.
— Быйыл уңыш башҡа йылдарға ҡарағанда мул булды, — ти йүнсел. Мал аҙығын етерлек әҙерләнек, үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итерлек орлоҡ тупланыҡ. Шулай уҡ пай еренең хужаларына, килешеүгә ярашлы, иген, теләге буйынса бесән йәки һалам бирҙек.
Уңған фермер һуңғы йылдарҙа малсылыҡ тармағы буйынса уңышлы шөғөлләнә. Ҡасандыр тарҡалған базаларҙың береһен тәртипкә килтереүҙә дәүләттән бүленгән субсидия ҙур ярҙам була. 2013 йылда Венер Тусалин, “Башҡортостанда малсылыҡты үҫтереү” программаһында ҡатнашып, 1 миллион 200 мең һумлыҡ грантҡа эйә була. Бүленгән аҡсаға сәсеү өсөн техника, ун баш симменталь тоҡомло һыйыр һатып ала.
— Ул һөттө күп биреүе менән айырыла, — ти Венер Юлай улы. — Әлегә аҡты “Йылайыр-һөт” йәмғиәтенә тапшырам, юғары сорт менән ҡабул итәләр. Һөттән табыш алырға була, әммә хаҡы барыбер түбән.
Әйткәндәй, быйыл күп хужалыҡтарҙа һөт тапшырыуға бәйле ҡытыршылыҡтар килеп сыҡты, сөнки шунда уҡ иҫәпләшеү мөмкин булмау сәбәпле, аҡса түләү бер нисә айға тотҡарланды. Шул арҡала тап мал аҙығы әҙерләү һәм уңыш йыйыу осоронда хужалыҡтар яғыулыҡ-майлау материалдарын тейешенсә һатып ала алманы. Урал аръяғы төбәгендә күп кенә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре менән аралашҡан һайын, уларҙың дөйөм бер проблемаһын күрергә тура килә: көндәлек һөттө арзанға тапшырыу, ай һайын тиерлек аҡҡа хаҡтың үҙгәреп тороуы һәм яҡында һөт заводының булмауы малсылыҡ йүнәлешендә эш башлаусыларҙың үҙәгенә үткән.
Әлбиттә, республика тарафынан төрлө субсидия бүленә, әммә был аҙ. Мал һанын арттырыу өсөн дә, ташландыҡ фермаларҙы ремонтлауға ла әллә күпме сығым кәрәк. Әлегә яңыһын төҙөү тураһында уйлауы ла ҡыйын. Кредит алыу буйынса ла проблемалар юҡ түгел.
Шуныһы ҡыуандыра: юлында осраған ауырлыҡҡа бирешмәй, башлаған эшен ташламай, киреһенсә, көндән-көн ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылып йәшәгән Венер Тусалин кеүектәр арабыҙҙа байтаҡ. Киләсәктә уңған йүнсел “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһына инеү ниәте менән йәшәй. Был, һис шикһеҙ, фермерға яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Эш урындары артасаҡ. Венер Юлай улының барлыҡ маҡсаттары, уйы тормошҡа ашыр, сөнки унда теләк тә, дәрт тә, тырышлыҡ та етерлек.
Дәрте ташып торған эшҡыуарҙың йәнә бер хыялы — киләсәктә агротуризм йүнәлешендә яңы эш башларға йыйыныуы — әлегә күптәр өсөн ят күренер. Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Аралбай ауылында туристар өсөн яңы йорттар һалыу, Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инеү, балыҡ ҡармаҡлау, бесән сабыу һәм башҡа шөғөл өсөн шарттар булдырыу – уның ниәте. Артабанғы хыялдары әлегә сер булып ҡалһын.