“Ғаилә мәле” етте20.11.2015
Бөгөн Өфөләге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең “Ғаилә мәле” тигән II форумы уҙғарыла.

Сарала 250-нән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостандағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, опека һәм попечителлек органдары, мәғариф, социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре, етем балалар өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларҙың етәкселәре бар.
Форумда баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр ведомство етәкселәре менән етемдәрҙе тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында фекер алышасаҡ. Баланы уллыҡҡа алырға теләгән ғаиләләргә булышлыҡ итеү, уларға дәүләт ярҙамы системаһын артабан камиллаштырыу ҙа иғтибар үҙәгендә буласаҡ.






Вернуться назад