Ауырыуҙы һатып алып та була, баҡһаң20.11.2015
Ауырғазы районы прокуратураһы Интернетты күҙәтеү барышында медицина справкалары һатып алырға тәҡдим итеүсе 10 сайтҡа юлыҡҡан.

Ҡануниәттә ялған медицина документтары эшләгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Ошоно иҫәпкә алып, район прокуроры суд аша ошондай сайттарҙы тыйыуҙы талап итте. Дәғүә ҡәнәғәтләндерелде. Ҡарар законлы көсөнә инеү менән “Роскомнадзор”ға ебәреләсәк, сайттар ябыласаҡ.




Вернуться назад