Ауылға эшкә барһаң... 400 мең һум!20.11.2015
Башҡортостанда ауылға эшкә барырға теләгән фельдшерҙарға 400 мең һум аҡса түләү күҙаллана. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров ошо турала хәбәр итте.

Ведомство башлығы әйтеүенсә, әле тармаҡта 39 меңдән ашыу урта медицина персоналы эшләй. Был күрһәткес, республикабыҙҙа дөйөм Рәсәй менән сағыштырғанда, ярайһы уҡ юғары. Шул уҡ ваҡытта кадрҙарға анализ күрһәтеүенсә, ауылдағы урта медицина хеҙмәткәрҙәренең 8 процентын тиҙҙән хаҡлы ялға сығырға йыйынған кешеләр йәки пенсия йәшендәгеләр тәшкил итә. Шуға күрә өс-дүрт йылдан был звено хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ булыуы ихтимал.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең “Ауыл фельдшеры” ҡарары проекты әҙерләнде. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 36 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Һәр фельдшерға 400-әр мең һум тура килә. Был йылына 90 фельдшерҙы ауылға йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, 2012 йылда ғәмәлгә индерелгән “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл ерендәге медицина учреждениеларына 1 035 табип эшкә ебәрелгән. Һөҙөмтәлә ауылдарҙы табиптар менән тәьмин итеү күрһәткесе 6,4 процентҡа үҫкән.




Вернуться назад