Йортоғоҙ нурға сумһын!20.11.2015
Ҡариҙел районында етем балалар иҫәбенә ингән ике йәш әсә йортло булды.

Яңы Муллаҡай ауылынан Айгөл Дәүләтова менән Ҡараярҙан Гөлшат Әхмәтйәнова үҙҙәре лә бала тәрбиәләй. Уларға яңы йорт асҡыстарын муниципалитет башлығы Илдар Ғарифуллин тапшырҙы. Айгөл менән Гөлшаттан тыш, Ҡариҙел ауылында йәшәгән Линиза Сафинаға ла был көндө бәхет йылмайҙы. Уға йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү тураһында таныҡлыҡ бирелде.
Быйыл районда “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы буйынса ун ғаиләгә, шул иҫәптән күп балалы өс ғаиләгә, 9,8 миллион һум аҡса бүленгән. Дүрт ғаилә “Торлаҡ” программаһына ярашлы ярҙамдан файҙаланған. Уларға йорт һалыуға йәки һатып алыуға 2,4 миллион һум аҡса түләнгән. Тағы ла бер йәш ғаилә сабыйҙары тыуыу айҡанлы кредитын ҡаплауға аҡса алған.




Вернуться назад