Ил тупланды бөгөн оло Ҡоролтайға20.11.2015
Ил тупланды бөгөн оло Ҡоролтайға Ил тупланды бөгөн оло Ҡоролтайға,
Был байрамда бер туғандай гөрләшәйек.
Байраҡ булып ҡалҡһын оло маҡсатыбыҙ,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!

Байрам тыныр, тик тынмаһын уртаҡ уйҙар,
Әйҙәп торһон алға хәләл көрәшебеҙ,
Ситкә ташлап ваҡсыллыҡты, көнсөллөктө,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!

Еребеҙ тип беҙ янмаһаҡ, кем һуң яныр?
Бәләләрҙән беҙ ҡотҡармай, кем ҡотҡарыр?
Көс-ҡеүәтте беҙ тапмаһаҡ, кем һуң табыр?
Берләшәйек, бөтә донъя башҡорттары!
Беҙгә бер кем ситтән килеп ярҙам ҡылмаҫ,
Үҙебеҙҙең иңебеҙҙә бар эшебеҙ,
Еңелмәйек ялҡаулыҡтан, тарҡаулыҡтан,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!

Илгә, йортҡа ҡот-бәрәкәт килһен тиһәк,
Китһен хәсрәт, кипһен тиһәк күҙ йәшебеҙ,
Таяныстың иң ныҡлыһы – тоғролоҡта,
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!


Вернуться назад