Элек өләсәйҙең өйөндәге ҙур көҙгө ситендә торған һылыу апайҙарҙың фотоһүрәттәренә ҡарап һоҡланып туймай инек. Үҙҙәре матур, ҡупшы, нәзәкәтле инде, бер һүҙ менән әйткәндә. Их, ҙурайғас, ошолай булһам ине, тип хыялландыҡ... Бәләкәй саҡта ялтыр-йолтор, сағыу әйберҙәр генә матур күренә, үҫә килгәс, күңел, хеҙмәт гүзәллегенең, намыҫ биҙәгенең асылына төшөнәһең. Хәҙер инде оҡшарға теләгән түгел, ә күркәм сифаттарын, хеҙмәтен өлгө итеп алырҙай апайҙарға һоҡланып ҡарайым, уларҙан һабаҡ эстәп ҡалырға тырышам. Филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы булараҡ, тотош республикаға ихласлыҡ, сәм, зирәклек нурҙарын сәсә, камиллыҡҡа әйҙәй һәм ысын мәғәнәһендә һоҡландыра ла.– Байтаҡ йылдар дауамында, байтаҡ урында етәксе вазифаһын башҡарғанһығыҙ, әле лә башҡараһығыҙ. Етәкселек итеү серҙәренә, алға ынтылырға өйрәткән махсус китаптарға мөрәжәғәт иткәнегеҙ бармы?
– Декан итеп һайланған мәлдә – 90-сы йылдарҙа – Дейл Карнеги кеүек психолог яҙыусыларҙың китаптарын уҡыным, әлбиттә. Әммә, минең уйымса, етәксе булыу өсөн һәләт тә кәрәк. Һәр кем, әйтәйек, ҙур эштәр атҡарған бөйөк кешеләрҙең дә ҡайһы берҙәре етәксе вазифаһын үтәй алмай. Заманында уҡытыусы булып эшләнем, шул саҡтағы шым, күҙгә әллә ни сағылып бармаған баланың хәҙерге көндә етәксе булып китеүен күрһәм, аптырайым, шатланам, хайран ҡалам. Тимәк, һәләте булыуға ҡарамаҫтан, уны асыр өсөн ваҡытында шарттар булмаған. Хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләгәндә лә факультетта башлыса ҡыҙҙар уҡыуы, улар фонында араларындағы һанаулы ғына егеттәрҙең баҫылыуы күҙгә салына ине. Ошонан сығып, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға белем биреүҙе айырым ойоштороу мәсьәләһенә килеп төртөлдөм. Англия, Америка илдәрендә лә етәкселәр тәрбиәләгән абруйлы уҡыу йорттары ошондай тәртип буйынса эшләй, лидерҙар әҙерләй. Иң мөһиме – балала булған талантты ваҡытында асыу, үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур, юғиһә, аҙаҡ һуң булыуы, уҡыусының йомолоуы ихтимал. Һис шикһеҙ, уҡырға, өйрәнергә, бөйөк етәкселәрҙән өлгө, тәжрибә алырға кәрәк, әммә кешенең фәҡәт ошо вазифа өсөн һәләте бармы-юҡмы икәнлеген дә иҫәптә тотоу мотлаҡ. Белем, һәләт бергә тупланғанда еңелерәк булалыр, тип уйлайым.
– Буш ваҡытығыҙҙа, мәҫәлән, өйҙә ниндәй китаптар уҡырға яратаһығыҙ? Китап һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Урынлы һорау, сөнки бындағы йөкләмәләрҙән – ултырыштарҙан, конференцияларҙан, ойоштороу эштәренән – арынып өйгә ҡайтһам, унда мине фәнем көтә. Һағынып көтөп алған, яратҡан шөғөлөм. Мәғариф өлкәһендә эшләгән осорҙа ла фәнде ташламаным, хеҙмәт юлымдың артабанғы өлөшө лә ошо ғилемгә бәйле булғас, әллә ни айырма, ҡыйынлыҡ һиҙмәнем. Фәнгә мөкиббән бирелгәнмен, сөнки ул – минең бәхетем. Өҫтәүенә был ғәмәлемдең һөҙөмтәһен күреү ҡыуандыра. Фәнни әҙәбиәтте һыу эскән кеүек, ентекле, ихлас уҡыйым. Әммә был әҙәби китаптарҙан, милли әҫәрҙәрҙән бөтөнләй баш тартыу тигәнде аңлатмай, һуңғы ваҡытта өлгөрөп булмайыраҡ торола. Институтта эшләп килгән әҙәбиәт бүлегенә 2014 йылда асылған Шәреҡ ҡулъяҙмалары бүлеге өҫтәлде. Уларҙың эшмәкәрлеген тикшергәндә, ҡағиҙәләргә миҫал эҙләгәндә әҙәбиәт өлгөләре менән осрашыу, күрешеү форсаты бар. Гәзит-журналдарҙан айырылған юҡ, көндәлек яңылыҡ-хәбәрҙәр менән танышып барам.
– Бала сағығыҙҙа китапҡа бәйле әһәмиәтле, үҙенсәлекле хәл-ваҡиға хәтерегеҙҙә һаҡланғандыр бит?..
– Ғаиләлә биш бала үҫтек. Атайым – шофер, гел юлда булды. Сәфәрҙән ҡайтҡан саҡтарында һәр саҡ әсәйемә – сәйенкә (аҡ) он, ә беҙгә балалар китаптары алып ҡайтыр ине. Бер мәл шулай М. Салтыков-Щедриндың “Бер ҡала тарихы” исемле сатирик романын уҡыр булып киттем. Бер нисә тапҡыр ҡулға алдым, әммә нимә хаҡында икәненә төшөнөп етмәнем, ғөмүмән, аңламаным. Аҙаҡ VIII класта уҡығанда, һуңынан университетта саҡта тағы бер ҡат осраштым был әҫәр менән, инде йөкмәткеһенең асылын күрҙем һәм үҙемдең “ҡыҙыҡлығымдан” ихласлап көлдөм. Атайым беҙҙе белемле итергә тырышты, шуға ла китап тормошобоҙға үтеп ингән.
– Ә һеҙ был быуындан быуынға тапшырылырға тейеш бурысты нисек атҡараһығыҙ? Балаларығыҙҙа китапҡа ҡарата мөнәсәбәт ниндәй?
– Улдарым да беҙҙең кеүек уҡыуға мөкиббән булды, бер бүлмәнән ҡыуып сығарһаң, икенсеһендәге башҡа китапҡа барып тотонор ине. Бөгөн иһә ейәндәремде әҙерәк өйрәтергә, дөрөҫ йүнәлешкә бороп ебәреү кәрәк. Ял көндәрен өләсәйҙә үткәреү йолаһы бар ғаиләбеҙҙә, шуға ла аҙна аҙағы яҡынлашыу менән Наил да, Таймас та бер-бер артлы шылтыратып, килеү сәғәтен һораша, үҙҙәренсә осрашыуҙы хәстәрләй башлай. Уларҙы ваҡытты файҙалы үткәрергә өйрәтәм: уҡыу, һүрәт төшөрөү, магазинға, кафе-фәләнгә барыу өсөн сәғәттәр бүләбеҙ, билдәле тәртип буйынса эш итәбеҙ. Ҡайһы саҡта ресторан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Унда йөрөтөүемдең сәбәбе – йәш быуынға һәр нәмәне ябай тел менән аңлатып, күрһәтеп, “тәмен татытып” тороу, уларҙа урлашыуға ынтылыш, көнсөллөк кеүек кире сифаттар булдырмау. Ейәндәремде бар яҡлап та тәрбиәләргә тырышам, улар килер ваҡытта фәнемде лә ситкә ҡуйып торам. Бер көн шулай береһе килде, хәбәрҙәрен һөйләне, аралаштыҡ, ул-был нәмәләрен күрһәтте һәм ҡапыл иҙәнемде йыуырға, саң һөртөргә булып китте. Мин ҡуй тимәнем, әммә эшен бөткәс, ейәнемә 500 һум аҡса тотторҙом. Эйе, өләсәйҙең иҙәнен йыуып сығарыуҙың билдәле хаҡы бар. Был да, үҙ сиратында, йәш быуынды заман талаптарына яраҡлаштырып үҫтереүҙең бер ысулы.
Кистәр иһә әкиәт менән үтә: мин уларға – башҡорт халыҡ әкиәттәрен, улар миңә үҙҙәре ҡараған хәҙерге йәнһүрәттәрҙе һөйләй. Был шөғөлөбөҙҙөң шарты бар – һәр әҫәрҙе йә тапшырыуҙы тик башҡортса аңлатабыҙ. Тәржемә итеү, тел үҫтереү ошонан ғибәрәт булһа, артабан шул әкиәттәр буйынса һүрәт төшөрөү ҡаралған.
– Институтта уҡыған сағығыҙҙа аэроклубҡа йөрөп, парашют менән һикерергә өйрәнгәнһегеҙ. Йәшләй генә төрлө батырлыҡтар ҡылыу, саялыҡ, зирәклек ҡайҙан килә? Былар һеҙгә һалынған һыҙатмы, әллә ғүмер ағышында тупланғанмы?
– Һыҙаттарҙың һалынғаны ла була, әммә уны ваҡытында асып, үҫтереп ҡалыу мөһим. Уйлап-уйлап ҡарайым да, йәш саҡтан уҡ эҙләнгәнмен, үҙемде һынағанмын, алға табан ҡыйыу ынтылғанмын тигән һығымта яһайым. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, уны еренә еткерергә тырыштым. Педагогия училищеһында уҡыған саҡта уҡ күк йөҙөн яраттым, парашют менән һикергем килде. “Авиация и космонавтика” журналын алдырып уҡыуыма хәҙер ҙә аптырайым. Нимәгә кәрәк булды икән ул миңә?! Өфөгә университетҡа килгән көҙҙә үк аэроклубты эҙләп табып, шунда йөрөргә ҡарар иттем. Махсус комиссия үткәрҙеләр, һәм ҡыш буйы осоу дәрестәре алдыҡ. “Курсант” тип йөрөттөләр беҙҙе унда. Беренсе сессияны тапшырғас, яҙға табан Николаевка ауылы янына парашют буйынса практик дәрестәргә йөрөйбөҙ. Ул урынға барып етер өсөн йылға аша паром менән сығабыҙ. Артабан машина аэродромға алып китә. Һуңламаҫ өсөн, таңғы дүрттә тороп, әхирәтем менән ятаҡтан сығып йүгерәбеҙ. Парашют шөғөлөнә өc йылымды арнаным.
Спорт менән мауығыуымдың да сәбәбе ҙур спортсы булып китеү түгел ине, әммә һәр ярышҡа ентекле, ихлас әҙерләндем. Белорет педагогия училищеһында уҡыған саҡта волейбол, баскетбол, йүгереү, саңғы ярыштарында ҡатнашыу арҡаһында Башҡортостандың байтаҡ тарафтарын күреүгә өлгәштем. Спорт һөйөүемә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп булды.
...Белоретта ярыш бара. Капитанмын. Беренсе көн уйнап, еңеп ҡайттыҡ, һәм ләж килеп ауырый башланым. Хәлһеҙлектән дәрескә барманым, әммә ҡыҙҙар: “Саҡ ҡына түҙ, фәлән-фәләндәр менән уйнаһаҡ, уларҙы мотлаҡ еңәсәкбеҙ”, – тип өгөтләп, үтенеп тигәндәй алып китте ярышҡа. Сәмләнеп уйнай башлағас, ауырыу ҙа, көслө ауыртыу ҙа онотолдо. Ҡоҫоп, саҡ ҡайтып еттем. Үҙенә йәшәргә индергән әбейем әрләй. Инде еңеү яулап, шат кәйефтә булған ҡыҙҙарым мине дауаханаға алып китте. Ҡабул итеү бүлмәһенән шунда уҡ тура операция бүлегенә ебәрҙеләр. Һуҡыр эсәк. Шөкөр, барыһы ла имен үтте. Иртәгәһенә ҡыҙҙарым, имеш, хәл белешергә килде. Ул ваҡытта операцияның етдилеге башыбыҙға ла инеп сыҡмаған, күрәһең. Ҡыҙҙарым мине ярышҡа барырға өгөтләй башламаһынмы?! Бөтәбеҙ ҙә мине уйынға ебәрерҙәренә ышанғайныҡ та, булманы... Бала саҡтың, йәшлектең хыялый йүләрлеге... Операциянан һуң ярты йыл тирәһе уйнаманым.
Ғөмүмән, холоҡ-фиғелемдә һалынған да, тормош барышында тупланған һыҙаттар ҙа бар. Спорттың да йоғонтоһо юҡ түгел, күктән һикереүҙең дә файҙаһы булғандыр, тип уйлайым. Улдарыма ла төрлө түңәрәктәргә йөрөү талабын ҡуйҙым. Буш ваҡытын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, урам балалары булмаһын өсөн тырыштым.
Сәнғәт дәрестәренә, ауырыраҡ булһын өсөн скрипкаға, бассейнға яҙҙырҙым. Йыр-моң буйынса һигеҙ йыл буйы шөғөлләнделәр.
– Училищела, университетта уҡыған саҡта киләсәгегеҙҙе нисек күҙаллай инегеҙ? Шул дәүер менән бөгөнгө көн араһында уртаҡлыҡ йә, киреһенсә, ҡапма-ҡаршылыҡтар бармы?
– Алда көтөлгән юбилейыма училищела бергә уҡыған ҡыҙҙарымды саҡырыуым юҡҡа ғына түгел, сөнки йәшлегемдең, ғүмеремдең иң сағыу, онотолмаҫ осорон ошо ҡыҙҙар менән бергә үтелде. Бер туғандарҙан да нығыраҡ яҡынбыҙ, һағынышабыҙ, йыл һайын осрашып торорға тырышабыҙ. Уҡыған сағыбыҙҙа педагогия фәне, ошо һөнәр күңелебеҙгә шул тиклем ныҡ үтеп инде, ғүмерлеккә, тиһәм дә яҙыҡ булмаҫ. Барыбыҙ ҙа ауылдан сыҡҡанбыҙ, ҡалаға килгәс, уҡыу беҙҙе дуҫлаштырҙы, яҡынайтты. Шул заманда уҡ мин киләсәгемде төҫмөрләй инем. Иң ҡыҙығы – “аспирантура” һүҙенең нимә аңлатҡанын да белмәйем, шулай ҙа училищенан һуң – университетҡа, артабан аспирантураға уҡырға инәсәкмен тигән хыялды баштан сығарманым. Ни өсөндөр киләсәк тормошомдо ауыл, мал менән бәйле күрмәнем, икенселәйерәк төҫмөрләй инем. “Институтты тамамлағас, тиҙ генә ике бала табам да, ғалим булам”, – тигән уй йәшәне күңелемдә. Һүҙ көскә эйә, тиҙәр бит, шуның кеүек минең дә ошо ниәтем тормошҡа ашты.
Холҡом да тормошомдағы күп хәл-ваҡиғаларыма сәбәпсе, этәргес булды. Бәхәсле мәлдәрһеҙ ҙә түгел. Шулай бер ығы-зығы арҡаһында, төркөмдөң иң яҡшы студенты булһам да, уҡыу тамамланғас, эшкә йүнәлтмә бирелмәне. Аптыратты ла, сәм дә өҫтәне был ваҡиға. Һөҙөмтәлә мин бөгөнгө Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Ниндәй генә осраҡ булмаһын, баҙап, аптырап ҡалмаҫҡа тырыштым. II курстан башлап ғилми конференцияларға йөрөнөм. Артабан атланым. IV курста уҡыған саҡта уҡ Мәскәү ҡалаһына барып, симпозиумда ҡатнашыуыма ла ҡыйыулығым булышлыҡ итте, минеңсә.
Училищела саҡта шәхси ҡыҙыҡһыныуым һөҙөмтәһендә Инйәр буйы башҡорттары теле тураһында тикшеренеү эше башҡарғайным, йәғни телмәр үҙенсәлектәрен һәм тел һыҙаттарын өйрәндем. Симпозиумға саҡырыу хатын күргәс, ошо өс-дүрт битлек мәғлүмәтемде күҙ уңында тотоп, артыҡ уйлап тормай, ҡатнашыуға заявка тултырып һалдым. Шулай бер көн Мәскәүҙәге сараға саҡырыу хаты килеп төштө.
Әҙерләнә башланым. Симпозиумда сығыш яһарға тип, илдең баш ҡалаһына юлландым. Шәл ябынғанбыҙ, уңайһыҙланыу, оялыу тойғоһо башҡа ла инеп сыҡмай ине... Шөкөр, барып етеп, ҡунаҡханаға урынлаштыҡ, етди йөҙ менән докладымды ла уҡып ишеттерҙем. Һәм урыныма килеп ултырҙым.
Шул саҡ бер ағай яныма килеп, ҡайҙан, кем булыуымды һораша башланы. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул Советтар Союзында киң билдәле төркиәтсе Әҙһәм Тенишев булып сыҡты. Тап ул миңә аспирантураға инергә кәңәш итте, адрес бирҙе, хат яҙып тор, тине. Ғилемгә ынтылыш шунда күренгәндер инде, артабан үрләү шарттары ла үҙенән-үҙе тигәндәй килеп сыҡты. Әллә була, әллә юҡ тигәндәй, университеттан һуң йүнәлтмә буйынса Белорет районының Шығай ауылына ебәрелдем.
Уҡыта башланым, кейәүгә сыҡтым һәм аспирантураға саҡырыу алдым. Ситтән тороп уҡығас, ғинуар айында отчет менән барырға кәрәк. Китапхана, дәреслектәр ихтыяжы килеп сыҡты. Ауылда табып булмай, ҡалаға яҡыныраҡ күсергә тигән фекер тыуҙы. Ике яҡтан да ата-әсәләрҙең ҡаршы төшөүенә, балаларҙың бәләкәйлегенә ҡарамаҫтан, тәүәккәлләп Өфөгә килдем, Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт иттем. Осраҡлы ғына Ауырғазы районын тәҡдим иттеләр. Һәр хәлдә, ҡалаға яҡыныраҡ тип ризалаштым. Үтәймулла ауылында рус теленән уҡыта башланым. Ярҙамға, сабыйҙарҙы ҡарашырға ҡустым килде, ирем әле студент ине. Ауыл халҡы бар яҡлап та иғтибарлы, ихтирамлы булды. Икмәген дә бешереп торҙо, хатта дәрестәрҙе ике сменаға бүлеп уҡытыуҙы ойошторҙо. Әле һаман уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Яҙмышығыҙҙы фән менән бәйләмәгән осраҡта, бөгөн ниндәй өлкәлә хеҙмәт итер инегеҙ? Ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?
– Әгәр ҙә фәнгә килмәгән, педагогия институтында уҡымаған булһам, бөгөн үҙемде, моғайын, бизнес-леди итеп күрер инем. Ойоштороу, яңы үрҙәр яулау, алға ынтылыш минән эшҡыуар сығарыр ине ул, тип уйлайым. Улдарым менән шулайтып фекер йөрөтөп, көлөп ҡуябыҙ ҡайһы саҡ.
– Заман ҡатын-ҡыҙын феминизмда ғәйепләү аптырарлыҡ күренеш түгел. Һеҙ быға ниндәй ҡарашта?
– Эйе, феминизм хаҡында һорауҙар килеп сыға ул. Әммә енес кенә кешенең булмышын хәл итмәйҙер тигән фекерҙәмен. Нескә зат бөтмөр, яуаплыраҡ булыуы менән айырыла, һис шикһеҙ. Әле институтта эшләгән осоромда ла хужалыҡты дөрөҫ, ипле ҡулланыу өсөн көс һалам. Гранттар, башҡа уңайлыҡтар аша аҡса тупларға тырышабыҙ, етмәгәндә һуҙып, түҙеп тә көн итәбеҙ. Әсә тойғоһо коллективтың һәр ағзаһын ҡурсалау, ярҙам күрһәтеү өсөн дә яуаплы. Йәштәр менән ололар араһында ихтирамлы, иғтибарлы, кешелекле мөнәсәбәт йәшәтеү яҡлымын.
– Һеҙ – Фән – Ҡатын-ҡыҙ – Ғаилә сылбырын лайыҡлы, өлгөлө дауам иткән ханымдарҙың береһе. Был өс өлкәне тулы гармонияла алып барыуҙың серҙәре менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Ҡатын-ҡыҙға тулы шәхес булып формалашыу, йәмғиәттә үҙ урынын яулау ҡыйынға төшә. Ғаилә, балалар, шәхси үҙенсәлектәр фонында нескә затҡа хас психология ярҙам да итә кеүек, әммә шул уҡ ваҡытта ҡамасаулай ҙа һымаҡ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға атлау, яраҡлашыу өсөн әсәлек тойғоһо булышлыҡ итә. Ғәзиз балаларың ас ултырмаһын өсөн эшләйһең, башҡа сара юҡ. Ҡатын-ҡыҙ – Ғаилә – Фән сылбырын гармонияла алып барырға кәрәк. Ғаиләһеҙ булһаң, фәнеңдән ни фәтүә?! Бар иғтибарыңды яҡындарыңа бүлеп кенә, ғилемде ситкә ҡуйырға ла ярамай. Тыныс, тәртиптә, ихласлыҡ менән башҡарырға кәрәктер ул һәр бурысты. Коллективтағы йәш ҡыҙҙарыбыҙҙы ғаиләһеҙ ҡалмаҫҡа, ваҡытында башлы-күҙле булырға әйҙәйбеҙ.
– Республиканың мәғариф министры булған сағығыҙҙа төрлө уҡыу йорттарында сит телдәр өйрәнеү бүлектәрен, бөгөнгө иң абруйлы лицей-гимназияларҙы асыуға өлгәшкәнһегеҙ. Ул заманда әле тап бөгөн кәрәк буласаҡ белем усаҡтарын асыу нисек ойошторолдо, ҡыйынлыҡтарһыҙ ҙа булмағандыр?..
– Мәғариф министры булып эшләгән осором минең холҡома тап килде, шуға ла республика өсөн байтаҡ файҙалы ғәмәлдәр атҡарылды. Ул заманда асылған милли уҡыу йорттары, факультеттар, гимназия-лицейҙар бөгөн, шөкөр, иң абруйлылар рәтендә. Рух, намыҫ, фән төшөнсәләре ныҡлы бирелә уларҙа. Был мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусылар республиканы ғына түгел, илебеҙҙе донъя кимәлендә танытыуға өлгәшә, юғары үрҙәр яулай, беҙгә, оло быуынға, таяныс та, ғорурлыҡ та булып тора. Бөгөн иһә элекке мәлдәрҙәге кеүек милли кластар, белем усаҡтарын асыу анһат түгел, ҡыҙғаныс.
– Бөгөнгө уҡыу-уҡытыу системаһын элекке менән сағыштырып, ни әйтерһегеҙ?
– Әле был системаны атҡарыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған һымаҡ, әммә хәҙер балалар икенсе. Уларҙың ошо үҙенсәлектәренә илдең тотороҡло булмаған тормошо ла йоғонто яһайҙыр, минеңсә. Күптәр балаһын урыҫса уҡытырға, сит илдәргә ебәрергә тырыша. Ошонан сығып мәктәптә туған телебеҙгә ҡарата битарафлыҡ тыуа. Йәш быуында рух төшөнсәһе тулы асылмай, сөнки бөгөн күптәр заман техникаһына ныҡ бәйләнгән, китап уҡыуҙан алыҫ тора. Мәғариф системаһына бер ни кимәлдә ҡыйыныраҡтыр ҙа, әммә һәр кемгә тәүәккәллек күрһәтеү зарур. Был өлкәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн күмәкләп ултырып, уйлашып, кәңәшләшеп алыу кәрәк. Һәм иң мөһиме – илдә, донъяла ниндәй генә хәлдәр барыуға ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалғандар ғына уңыш, үрҙәр яулай, минеңсә.
Башҡорт теленең тарихын, үҙенсәлектәрен һәр яҡлап өйрәнеп, донъя кимәлендәге ғалимдарға танытҡан, танылған Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеген һанап үтеү генә яҙыҡ булыр, уның ҡарауы, уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡындан танышып, туған телебеҙҙең ни тиклем күркәм, моңло, ҡабатланмаҫ икәнлегенә инаныу урынлы. “Рәсәй халыҡтары телдәренең диалектология мәсьәләләре” тигән XV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы ла – фән эшмәкәрлегенең яңы бер үре, яңы бер көҙгөһө.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА
әңгәмәләште.