Ҡурайыбыҙҙы зар илатмайыҡ20.11.2015
– Мәктәптә ҡурай түңәрәге асылғас, VI класта уҡыған улым унда ҙур теләк менән шөғөлләнә башлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайным ҙур ризаһыҙлыҡ белдерҙе. “Дин йыр-моңдо тыя”, – ти ул. Ысынлап та шулаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. МАЛАБАЕВА.
Стәрлебаш районы.

– Бис­мил­ләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә тор­мошомдағы бер ваҡиғаны һөйләп үтәйем. Бохаранан белем алып ҡайтҡан мәлем ине. Ды­уа­ма­лы­раҡ йәш саҡ. Ауыл­дағы бер бабай миңә нин­дәйҙер һорау бир­ҙе. “Дөрөҫ тү­гел, олатай. Исламда ундай тө­шөнсә юҡ”, – тип яуапланым. Шул саҡта атайым ҡаршы төштө. “Яңылышаһың, улым, – тине ул. – Һин барлыҡ дини китапты уҡып, бөтөн ғилемде өйрәнеп бөттөңмө һуң?” “Юҡтыр”, – тип юғалып ҡалдым. “Тимәк, олатайға: “Өйрәнгән ғилемем буйынса әлегә был мәсьәләгә тап килгәнем юҡ”, – тиергә тейешһең”, – тип ҙур аҡыл бирҙе атай.
Ысынлап та, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, белем ғүмер буйы туплана. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән”, – тигән бит пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Аллаһ Тәғәлә белемде киң, иге-сиге бул­маған океанға тиң итеп яралтҡан. Ғилем ошо һыуҙай мул, ә әҙәм балаһы уны тамсылап эскән ҡошсоҡ кеүек. Тимәк, өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә.
Белем ифрат күп тармаҡлы. Араларында музыка ғилеме лә бар. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡлы: аҙна көндәре, йәйғорҙоң төҫтәре кеүек үк, ноталар ҙа етәү. Бына хикмәт! Әҙәм балаһы ғүмер буйы моңға ғашиҡ булып йәшәй. Тәүге көйҙәрҙе ул әсә ҡарынында уҡ ишетә. Донъяға килгәс, башҡа сихри моң­дарҙы күңеленә һала, улар аша йәшәүгә көс ала, рухын байыта. Төбәгебеҙҙең тәбиғәте лә бит гелән йырлап торғандай. Әйтәйек, һандуғас моңо. Бәләкәй генә булһа ла, күпме кешенең рухын байыта, илһам, ҡөҙрәт бирә бит был ҡошсоҡ!
Ҡурайҙың үҫкән урыны – Урал тауҙары. Ул элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы дуҫы булған. Ябай ғына көпшә үләндең моңон бер ниндәй ҙә музыка ҡоралы алмаштыра алмай кеүек. Әл-хәмдү лил-ләһ, заман алға барыу менән ҡурайға ҡарата ихтирам, иғтибар арта. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире фекерҙәр ҙә осрап ҡуя. Әлеге һорауҙа ла әйтелеүенсә, “Ислам йыр-моңдо тыя”, имеш. Был, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, динебеҙҙе тарайтыу, уны белеп етмәү тигән һүҙ. Ғилемде арттырыуға күберәк иғтибар биргәндә, иншаллаһ, барыһы ла яйланыр. Ата-бабабыҙҙан аманат булып килгән ҡурай моңо өҙөлмәҫкә тейеш. Милли ҡоралыбыҙ – халҡыбыҙҙың рухи аҙығы, байлығы.
Фекере дөрөҫмө-юҡмы, уны бүтәндәргә көсләп тағырға теләгәндәр осрап тора, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр театрға йөрөмәҫкә саҡыра, ундағы тамаша­ларға дәғүә белдерә. Улайтҡансы, иң тәүҙә репертуарға күҙ һалып, үҙеңдең ҡарашыңа тап килгән спектаклгә генә барыу дөрөҫөрәк түгелме? Хәҙер бит театрҙарҙа тәрбиә мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә рухи ҡим­мәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, үҫтерергә, йәш быуынға еткерергә насип ҡылһын, һөҙөмтәлә тамырҙарыбыҙ ныҡ, рухыбыҙ көслө булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрә­кәтүһ! Амин.


Вернуться назад