Нәсихәттәр20.11.2015
Иң әүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
“Хоҙай, кисер”, тигән менән эш бөтмәйҙер,
“Иман шарты”н өйрәнмәһә – Иван, тигән.
Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.
Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән “Хоҙай, кисер”, тигән –
хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу – ғәжәп, тигән.
Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.