Ошо һорауҙы биргәс, ҡайһы берәүҙәр көслө спортсыны, танылған артисты, бәғзеләр ҙур түрәне күҙ алдына килтерәлер. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә: “Арағыҙҙа иң яҡшыһы – ҡатыны менән яҡшы мөғәмәлә иткәне”, – тигән.Пәйғәмбәребеҙ быны үҙ өлгөһөндә күрһәткән. Динебеҙҙең тәрбиәһе тап шунда: ир-атҡа хөрмәт уның ғаиләһенә мөнәсәбәте менән тығыҙ бәйле. Эштә өлгөлө, кешеләргә итәғәтле булып, ситтәргә хөрмәт күрһәтеп йөрөп тә, үҙенең хәләл ефете, балалары бүтәндәрҙән ярҙам һорарға мәжбүр икән, бындай көслө зат вәкиле яҡшымы? Юҡ. Фәҡәт үҙен уйлаған ике йөҙлө кеше ул. Маҡтаһындар, яратһындар өсөн башҡалар алдында ярамһаҡлана, өлгөлө булырға тырыша.
Бындай юлда йөрөмәйек, хөрмәтле уҙамандар. Барыбыҙ ҙа үҙенә “Ғаилә хаҡын дөрөҫ үтәйемме? Яҡшы ирменме?” тигән һорау биреп, бурыстарын лайыҡлы башҡарырға ынтылһын ине.
Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИН,
Авдон мәсетенең имам-хатибы.