“Яҡшылыҡҡа әйҙә, ярамаған эштәрҙән тый”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә. Тимәк, күҙ алдында башҡарылған насар ғәмәлдәрҙе күрмәмешкә һалышып, битараф йөрөһәк, Раббыбыҙҙың асыуына тейеп ҡуйыуыбыҙ ихтимал. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә халҡыбыҙҙың йолаларына, диненә бөтөнләй ҡағылышы булмаған сит-ят уйындарҙы үткәрә башланылар. Шуларҙың береһе – хәҙер инде киң билдәлелек яулап өлгөргән “Хэллоуин” маскарады.
Мәғлүм ки, магазиндан үҙебеҙ өсөн ниҙер – кейемме ул, ризыҡмы – һатып алырға булһаҡ, тәүҙә ентекләп тикшерәбеҙ: ҡайҙа сыҡҡан, ҡулланылыу срогы үтмәгәнме, составында ниҙәр бар һәм башҡалар. Хатта ябай ғына ойоҡто ла әллә нисә ҡат әйләндереп ҡарайбыҙ. Шулай ҙа, әйтәйек, Ҡытайҙыҡынан байтаҡҡа ҡыйбат булһа ла, Ишембайҙыҡын алырға тырышабыҙ, сөнки ул йылдар һынауын үткән, ышанысыбыҙҙы яулаған.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтән ингән, балаларыбыҙҙың күңел торошона һәм тотош халҡыбыҙға зыян килтерерҙәй “ауырыу”ҙарға иғтибар итмәй башланыҡ. Киләсәк быуындың хаҡы ойоҡтан да осһоҙораҡҡа төштөмө ни? Әҙме башҡорттоң милли спорт төрҙәре, йолалары, уйындары? Ә беҙ балаларыбыҙҙы шайтан итеп кейендереп, бер-береһен баҫтыртабыҙ... Хэллоуиндың ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләбеҙме һуң? Билдәле булыуынса, уның тамырҙары хатта христиан диненә тиклемге дәүерҙәргә барып тоташа. Версиялары бихисап, шуларҙың береһенә туҡталып үтәйек.
Хэллоуин христиан дине ингәнгә тиклем хәҙерге Британия, Ирландия һәм төньяҡ Франция ерҙәрендә йәшәгән ҡәбиләләр араһында уҙғарылған. Үлем аллаһы Сәүүин рөхсәт итһә, баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң ҡәберҙән сығып йөрөп була, тип ышанған улар. Көҙ көндәр һыуынып, ҡараңғы иртә төшә, ер өҫтөндәге тереклек юғала башлағас үтәлгән был йола. Йәнәһе, ошо ваҡытта үлем аллаһы килә. Был төндә друидтар ҡыуыштарҙағы утты һүндереп, уртаға ҙур итеп усаҡ яҡҡан. Улар Сәүүиндең ризалығын алыр өсөн ҡорбан килтергән. Бәғзеләр – ашлығын, йәшелсә-емешен, икенселәр малын, хатта тере кешеләрҙе ошо усаҡҡа ташлар булған. Сәүүин иһә, йәнәһе, килтерелгән ҡорбандарға туйып, был әҙәм балаларының үлгән туғандарын рәхмәт йөҙөнән ҡәберенән терелтеп сығара. “Байрам”дағы костюмдар ошонан башланғыс алған да инде. Балалар зомби булып кейенә, ҡәберҙән сыҡҡан мәйеттәрҙе кәүҙәләндерә... Ер аҫтында оҙаҡ ятып, ныҡ асыҡҡанлыҡтан, уларҙы киләһе йылға етерлек итеп һыйларға кәрәк, йәнәһе. Һөҙөмтәлә балалар тәмлекәстәр йыйып йөрөй...
Мосолмандар Ураҙа байрамында мәсеткә ғәйет намаҙына бара, Ҡорбан байрамында ҡуй сала; христиандар иһә Раштыуала бутҡа бешерә, йомортҡа бүләк итә, сиркәүгә майшәм яндырып ултырта. Ә үлем аллаһының, йәнәһе, мәйеттәрҙе ҡәберҙәренән терелтеп сығарған көнөн билдәләгәндәрҙе кем тип ҡабул итергә тейешбеҙ? “Был “байрам”ды мотлаҡ үткәрергә тейешһегеҙ!” тип ҡушылғанмы мәктәптәргә? Юҡ. Хэллоуиндан һуң бала яҡшыраҡ уҡый башлаймы, спорт яғынан алдынғы булып китәме? Юҡ. Баланың ата-әсәһенә, уҡытыусыларына ихтирамы көсәйәме, диненә, теленә, тыуған еренә һөйөүе артамы? Юҡ. Тимәк, әгәр йәш быуындың үҫешенә бер ниндәй ыңғай йоғонто яһамай, киреһенсә, иҫәрләнергә өйрәтә икән, был сараны ниңә үткәрергә һуң?
Дәүләттең иң көслө ҡоралы – балалар. Уларға бирелгән тәрбиә киләсәгебеҙгә туранан-тура бәйле. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, “Ни сәсһәң, шуны урырһың”. Балаларҙы хаҡ юлдан яҙҙыра торған, йәмғиәткә бер ниндәй файҙаһы булмаған шайтан уйындарын тәрәнгә китмәҫ элек туҡтатырға кәрәк. Юғиһә улар, заманында “ҡунаҡҡа килгән” колорадо ҡуңыҙылай, тотош баҡсабыҙға хужалыҡ итеү хоҡуғын даулай башлаясаҡ. Ә үҙ ваҡытында бергәләп күрһәтелгән ҡаршылыҡ, иншаллаһ, ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.